Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 16:49

БАРЫҺЫ ЛА БЕЛӘ ҺӘМ ХӨРМӘТ ИТӘ

15 августа төндә Үрге Ҡыйғы ауылының Ҡыҙыл Армия урамында урынлашҡан йортта янғын сыға. Алыҫ юлдан ҡайтҡан йәш пар был ваҡытта һис ни һиҙмәйенсә йоҡлаған була. Ут сығыуын Ринат Вәлиуллин (һүрәттә) шәйләп ҡала.

Ул, төн булғанлыҡтан, барыһы ла ғәмһеҙ йоҡлауын аңлап, кисекмәҫтән ярҙамға ашыға. Өй ҡыйығын һәм верандаһын ялҡын ялмап алып, ишеккә яҡын барырлыҡ булмай. Ҡыйыу эш итеү талап ителә. Ринат тәҙрәне ватып, өй эсенә инә һәм йоҡлап ятҡан хужаларҙы – 29 йәшлек ир менән ҡатынды уята һәм уларға урамға сығырға ярҙам итә.
Р. Вәлиуллиндың дөрөҫ эш итеүе арҡаһында ғына кешеләрҙең ғүмере һаҡланып ҡала.
Ринат беренсе тапҡыр ғына ярҙамға килмәй. Өс йыл элек ул үҙенең дуҫы менән янған өйҙән 54 йәшлек ауылдашын алып сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы Ринат Вәлиуллинды ведомство наградаһы менән бүләкләүҙе юллай.
Ләкин Ринат үҙен герой тип иҫәпләмәй, “Минең урында һәр кем шулай битараф ҡалмаҫ ине,” – ти.

А. Хәбибуллин,
Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге өлкән тәүтикшереүсеһе.
Читайте нас: