Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 17:27

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Белем көнө хәмерһеҙ көн тип иғлан ителде

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Белем көнөндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр республика парламентында. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, уҡыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Белем көнөндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр республика парламентында.
Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, уҡыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана.
«Был көндө тотош республикала иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйыла, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Беренсе хәмерһеҙ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө халыҡтың сикләүҙәр индереүҙе аңлап ҡабул итеүен күрһәтте. Был сара йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Йәштәр араһында ла алкоголь ҡулланыуҙың кәмеүен көтәбеҙ».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылдың 30 майында республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары хәмер һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте. Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр дата йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) һәм ауыл, ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылды. Шулай уҡ көн һайын хәмер һатыу ваҡыты киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләнде (элек киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине).

Читайте нас: