Республикала мәғариф буйынса традицион август кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы А. Хажин, РФ мәғариф министры урынбаҫары И. Потехина, мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Беҙҙең район делегацияһы составында был кәңәшмәгә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, уның урынбаҫары А. Ғәйфуллин, мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев, мәғариф бүлеге белгестәре һәм методистары, ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре барҙы.
Сара сиктәрендә стратегик сессия үтте, унда республикала милли мәғарифты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров сығыш яһаны. Ул райондарға сыҡҡанда мотлаҡ мәктәптәрҙә, мәғариф учреждениеларында булыуын әйтеп китте. “Ҡайһы ғына мәктәпкә барһам да, һәр нәмә яҡшылап буятылған, таҙартылған, ағартылған. Үҙ эшегеҙҙе яратып башҡарғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерергә теләйем,” – тип билдәләне ул. Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында заманса белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк.
А. Хажин һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, Башҡортостанда берҙәм мәғлүмәт системаһын индереү проекты тормошҡа ашырыла. Республикала беренсе мәктәп форумы йомғаҡтары буйынса белем биреү күләмен һаҡлап 5 көнлөк эш аҙнаһына күсеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Технопарктарҙы үҫтереүгә 24 миллион һум бүленгән.
Яңы уҡыу йылынан башлап мәктәптәрҙә тәрбиә йүнәлешендәге программалар тормошҡа ашырыласаҡ. Улар эсенә ғаилә тураһында фән, мәктәптәге кинопрокат, ыңғай ғәҙәттәр мәктәбе, киләсәккә юллама, класс тәрбиәсеһе һ.б. инә.
Мәғариф буйынса район август кәңәшмәһе 27–28 авгусҡа планлаштырылған.
Уның темаһы – “Киләсәк уҡытыусыһы: “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарын бойомға ашырыу”.