Арыҫлан ауылы мәҙәниәт йорто ҡыйығын “Реаль эштәр” проекты буйынса ремонтлау тамам. Был маҡсатҡа 450 мең һум бүленгәйне.
Яңыртылған клубты тантаналы асыуҙа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Алмаз Ғәйфуллин, ауыл халҡы ҡатнашты.
Халыҡ алдында сығыш яһап, Шамил Радил улы һәр ауылда тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар тураһында һайлаусылар менән традицион осрашыуҙар барышында депутаттарға хәбәр итәләр. Ләкин, мәғлүм булыуынса, үтенестәр аҙ булмай, ауыл кешеләрен борсоған проблемалар ҙа бик күп төрлө. Шуға ла иң мөһим, айырым кешеләр именлегенә генә түгел, күмәк халыҡ өсөн әһәмиәтле мәсьәләләрҙе билдәләргә кәрәк.
Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар йыйылыусыларҙы байрам концерты менән шатландырҙы.