Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2019, 11:16

ТАРИХИ ХӘТЕР ХАЛЫҠТЫ ХАЛЫҠ ЯҺАЙ

Алағуз ауылы Ҡатай йәштәренең яңы осрашыу урыны булды.

Алағуз ауылы Ҡатай йәштәренең яңы осрашыу урыны булды.
Ыйыҡ йылғаһы ярында VIII “Иҙел башы” сиктәрендә ойошторолған байрамға Балаҡатай, Белорет райондарынан, Сибай, Нефтекама, Өфө, Межгорье ҡалаларынан иң күп һанлы башҡорт ырыуҙарының береһе вәкилдәре йыйылды.
Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, доцент, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова һәм башҡалар бар ине.
Ҡыйғы ерендә форумға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов йылы тәбрикләне. Ул бындай байрамдарҙың халыҡты берләштереү һәм беҙҙең халыҡтың иң яҡшы традицияларын һаҡлау көсөнә эйә булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Балаҡатай һәм Ауырғазы райондары хакимиәт башлыҡтары ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Этнофорумдың программаһы бик бай эстәлекле булды. Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре йәрминкәһе уңышлы барҙы. Ҡунаҡтар араһында виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үткәргән ҡумыҙҙа уйнау һәм Юлай Ғәйнуллин үткәргән “Иң мәргән ҡатай уҡсыһы” оҫталыҡ дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Теләге булғандар тарих буйынса, Ҡатай ырыуынан сыҡҡан танылған шәхестәр хаҡындағы китаптар менән таныша алды.
Байрамдың үҙәк ваҡиғаһы булып “Ҡатай көрәше” торҙо, унда ҡатнашырға теләүселәр ҙә, тамашасылар ҙа етәрлек булды. Ярыштың асылы ат өҫтөндәге һыбайлыларҙың бер-береһен ат өҫтөнән алып ташларға тейешлегенә ҡайтып ҡала. Был ярышта Илдус Йосоповҡа (Сағыр ауылы) тиң булманы. Алағуз ауылынан Нурислам Байрамов өсөнсө урын яуланы. Конкурста еңеүселәрҙең барыһы ла дипломдар, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
“Ҡатай һылыуы – 2019” конкурсында төрлө райондан 12 кеше ҡатнашты. Беҙҙең район вәкиле Эмилия Рәхимова бар этаптарҙы ла уңышлы үтеп, өсөнсө урын яуланы. “Мәргән уҡсы” ярышында ҡыҙҙар араһынан иң мәргәне Айзилә Мәхмүтова булды, ир-егеттәр араһында Илнур Нурыев (Абзай ауылы) өсөнсө урын яуланы.
100 килограмлыҡ ташты күтәреп, үҙ көсөн һынап ҡараусылар ҙа байтаҡ йыйылды. Яҡташыбыҙ Айҙар Латипов иң көслөһө тип табылды, өсөнсө урынға Ҡыйғынан Руслан Хизбуллин сыҡты.
Балалар ҙа ойоштороусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар өсөн махсус майҙансыҡта Ғайсиндар ғаиләһе (Сибай ҡалаһынан), еңеүселәр өсөн приздар булдырып, һәр төрлө халыҡ уйындары, ярыштар, конкурстар ойошторҙо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар, “Ҡатай” һәм “Дыуан” командаларына бүленеп, уларҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Байрам саралары башҡорт эстрада йондоҙҙары һәм фольклор ансамблдәр, этно-төркөмдәрҙең сағыу сығышы менән тамамланды.
“Оло байрамды ойоштороу ентекле әҙерлек талап итә. Был ыңғайҙан Абзай, Алағуз, Мәсәк ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтте. Р. Хизбуллин, ағалы-энеле Илһам һәм Илнур Исламовтар, Нурислам менән Нуриман Байрамовтар урындағы ойоштороу комитетының “уң ҡулы” булды, байрамды үткәреүгә урындағы мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә яуаплы ҡараны,” – тип һөйләне Абзай ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусыһы И. Шакирова.
Киләһе йылда был форум Балаҡатай районында үтәсәк.


Автор фотоһы.
Читайте нас: