Беҙҙең Ҡыйғы
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Августа 2019, 07:15

"ЙӘШӘ УРМАН!"

1 сентябрҙән 31 октябргәсә районда “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы үтәсәк.

1 сентябрҙән 31 октябргәсә районда “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы билдәләнгән быйылғы йылда барлыҡ муниципалитеттарҙа “Йәшә, урман!” акцияһы менән бәйле саралар үтәсәк, ҡыйғылар ҙа экологик сараларҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Ағастар ултыртыу, урманды сүп-сарҙан таҙартыу, йәш ағастарҙы тәрбиәләү, орлоҡ йыйыу, шулай уҡ аңлатыу саралары, күргәҙмәләр ойоштороу планлаштырыла.
Республика буйынса акцияла 20 меңдән ашыу кеше (дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, волонтерҙар, барлыҡ теләүселәр) ҡатнашасаҡ. Тәжрибәле урмансылар үрсетмәлектәрҙе ултыртыу барышын контролләйәсәк, ярҙам күрһәтәсәк.
Читайте нас