Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2019, 12:30

Республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары ҡайҙа урынлашҡан: карта

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге Башҡортостан халҡы өсөн республика биләмәһендә урынлашҡан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары картаһын әҙерләне.

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге Башҡортостан халҡы өсөн республика биләмәһендә урынлашҡан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары картаһын әҙерләне. Уның менән http://svkrb.ru/kam/index.html һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
«Хәҙер республиканың автомобиль юлдарында һәм урам-юл селтәрендә 169 стационар комплекс, 63 күсмә комплекс, алты мобиль комплекс — бөтәһе 238 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү комплексы эшләй», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
Быйыл июлдә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй президенты Владимир Путин йөкләмәләр бирҙе. Уларҙың береһе — юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү комплекстары урынлашҡан урындар хаҡында мотлаҡ мәғлүмәт биреү.
Читайте нас: