Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2019, 17:20

Урындағы үҙидараның вәкәләтле

Урындағы үҙидара органдарына һайлау уҙғарғанда нигеҙле сәбәп (отпуск, командировка, хеҙмәт һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, һаулыҡ торошо, башҡа ихтирам итерлек сәбәптәр) буйынса үҙ йәшәү урынында булмаясаҡ һәм тауыш бирергә килә алмаясаҡ һайлаусыға алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелә.

Урындағы үҙидара органдарына һайлау уҙғарғанда нигеҙле сәбәп (отпуск, командировка, хеҙмәт һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, һаулыҡ торошо, башҡа ихтирам итерлек сәбәптәр) буйынса үҙ йәшәү урынында булмаясаҡ һәм тауыш бирергә килә алмаясаҡ һайлаусыға алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Алдан тауыш биреү һайлау көнөнә тиклем 10 көндән дә иртәрәк булмаған ваҡытта, йәғни 2019 йылдың 28 авгусынан алып ярашлы участка комиссияһы бинаһында бюллетень тултырыу юлы менән башҡарыла.
Алдан тауыш биреү эш көндәрендә киске ваҡытта (урындағы ваҡыт менән 16.00 сәғәттән һуң) 4 сәғәттән дә кәмерәк булған ваҡыт арауығында, ял көндәрендә комиссияларҙың эш графигына ярашлы уҙғарыла. Бюллетень биргәндә һайлаусылар исемлегендә алдан тауыш биреүселәрҙең фамилиялары ҡаршыһына “Алдан тауыш бирҙе” билдәһе ҡуйыла. Алдан тауыш бирергә теләүсе кеше участка һайлау комиссияһына ғариза бирә һәм алдан тауыш биреү сәбәптәрен күрһәтә.
Тауыш биреү көнөндә участка һайлау комиссияһы рәйесе тауыш биреү башланыр алдынан, ләкин техник саралар әҙер булып эшләтеп ебәрелгәндән һуң (әгәр улар ҡулланылһа), участка комиссияһы ағзалары, күҙәтеүселәр, башҡа кешеләр алдында һайлаусылар исемлегенә индерелгән, алдан тауыш биргән һайлаусылар һаны тураһында белдерә, бюллетендәр һалып йәбештерелгән конверттар менән таныштыра. Артабан участка комиссияһы рәйесе һәр конвертты аса һәм, һайлаусының ихтыяр белдереү серен һаҡлап, бюллетендәрҙе тауыш биреү йәшнигенә йә иһә тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник сараһына төшөрә.

Читайте нас: