Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 13:08

ФИЗКУЛЬТУРА ДӘРЕСТӘРЕ – ЯҢЫ ЗАЛДАРҘА

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан райондың ике мәктәбендә яңы спорт залдары асылды.

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан райондың ике мәктәбендә яңы спорт залдары асылды.
Кәңәшмәнең ҡунаҡтары һәм делегаттары Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының спорт залын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
Иркен һәм яҡты залда (майҙаны 450 кв.м) физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырылған.
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов: “Был спорт залын төҙөү 2017 йылдың октябрендә башланды һәм ошо йылдың майында тамамланды, – тип һөйләне. – Педагогтарҙың һәм йәш спорт һөйөүселәрҙең хыялын Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында бойомға ашырҙыҡ. Проекттың спонсоры булып – “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, заказсыһы булып “Административ биналар менән идара итеү” ДУП-ы торҙо. Эштәрҙе “Глобаль технологиялар” компанияһы коллективы еренә еткереп башҡарҙы”.
Яңы спорт объекты асылыуы менән ҡыйғыларҙы мәғариф министры урынбаҫары И. Мәүлитбирҙин, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары А. Шведов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары И. Иванюта ҡотланы. Улар физик культураны һәм спортты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын билдәләне, балаларға сәләмәтлек, спорт үрҙәрен яулауҙа уңыштар теләне.
Л. Саҙретдинова.
*****
Яңы уҡыу йылында Абзай мәктәбе уҡыусылары ла физкультура дәрестәрен яңыртылған спорт залында башлаясаҡ. Бының өсөн “Балалар спорты” проекты буйынса федераль һәм төбәк бюджеттарынан 600 мең һум аҡса бүленде.
“БАШАГРОСТРОЙ” ЯСЙ-һы (директоры А. Ҡорбанғәлин) хеҙмәткәрҙәре тарафынан буятыу, стеналарҙы тигеҙләү, ишектәрҙе, тәҙрә блоктарын алмаштырыу, электр һәм йылылыҡ ҡорамалдарын яңыртыу эштәре башҡарылған.
Залды тантаналы асыуҙа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Турязанова ҡатнашты. Байрам хөрмәтенә уҡыусылар араһында “Күңелле старттар” ойошторолдо, балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, таҫыллыҡтарын, командала эш итә белеүҙәрен күрһәтте.
В. Сәйфуллин,
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары.
Читайте нас: