Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 13:15

ХЕҘМӘТТӘ – ХӨРМӘТ

Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы, Үрге Ҡыйғы ауылының “Ҡыйғы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре Латипова Эльза Рафаел ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы, Үрге Ҡыйғы ауылының “Ҡыйғы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре Латипова Эльза Рафаел ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Хеҙмәт ветерандары “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалы менән бүләкләнде:
Әбсәләмова Ризида Солтан ҡыҙы, Арыҫлан ауылы;
Ғәлиуллина Зилә Рафаэль ҡыҙы, Иҫке Мөхәмәт ауылы;
Ғатауллин Рөстәм Ғабдулла улы, Вәҡиер ауылы;
Ҡотопова Земфира Байтулла ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы;
Нурғатина Зилә Раил ҡыҙы, Ҡөлмәт ауылы;
Сәғәҙиева Мөнәүәрә Ахун ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы;
Хәкимова Нурия Фрат ҡыҙы, Абзай ауылы.
Уҡытыу-тәрбиә эшендәге юғары һөҙөмтәләре өсөн Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте Почет грамотаһына лайыҡ булдылар:
Мөхәмәҙиев Ирек Хилажетдин улы, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы – физик культура буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы призерын, йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Шәрәфетдинова Гөлфиә Дамир ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы – тарих буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы призерын әҙерләгән өсөн;
Шәрәфетдинова Гөлназ Леонид ҡыҙы, Йыланлы урта мәктәбе татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы призерын әҙерләгән өсөн.
Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар:
Баймөхәмәтова Гөлназ Лерон ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының физика уҡытыусыһы – физика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Богданова Нурзида Рәүф ҡыҙы, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы – тарих буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Ғәрифйәнов Венир Рәфис улы, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы – физик культура буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Фәтихова Ильнара Лирон ҡыҙы, Ләүзә ауылы урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы – биология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Һаҙыева Лена Илгиз ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы – йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн;
Яруллина Сәриә Сәлим ҡыҙы, Иҫке Мөхәмәт ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабында еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте Рәхмәт хаты менән билдәләп үтелде:
Ғиззәтуллина Алия Раил ҡыҙы, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең география уҡытыусыһы – Гран-при яулаусы, республика этабында “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеүсе;
Ғиззәтуллин Алмаз Роберт улы, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы – I урын яулаған өсөн;
Мөхөтдинов Илназ Данил улы, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы – II урын яулаған өсөн;
Әхмәтдинова Анастасия Николаевна, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе математика уҡытыусыһы – III урын яулаған өсөн.
Балаларҙы хәрби-патриотик тәрбиәләүгә, кадедтар хәрәкәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе башланғыс класс уҡытыусылары Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте Рәхмәт хаты менән бүләкләнде:
Ишкилдина Миләүшә Рәжәп ҡыҙы;
Фәйзуллина Сәриә Әтрәмис ҡыҙы;
Хәсәнова Фәниә Ахунйән ҡыҙы.
Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм хаҡлы ялға сығыуҙары уңайынан Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте рәхмәт белдерҙе:
Ғөбәйҙуллин Айҙар Ҡорбанғәли улына, Абзай урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы;
Монасова Венера Фәнил ҡыҙына, Дүшәмбикә төп дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;
Мөхәмәтйәнова Гүзәл Марит ҡыҙына, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы;
Хисретдинова Гүзәл Зөфәр ҡыҙына, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы;
Ямалетдинова Зөлфиә Миңләхмәт ҡыҙына, Йыланлы урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.
2018–2019 уҡыу йылындағы уҡытыу-тәрбиә эше йомғаҡтары буйынса район хакимиәте Дипломына лайыҡ булдылар:
III урын яулаған Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе;
II урын яулаған Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе;
I урын яулаған Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы;
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында еңгән Солтан ауылы мәктәбе.
2019–2020 уҡыу йылына мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшереү йомғаҡтары буйынса район хакимиәте дипломдары менән бүләкләнделәр:
III урын яулаған Йыланлы урта мәктәбе;
II урын яулаған Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе;
I урын яулаған Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе;
төп мәктәптәр араһында III урын яулаған Йүкәлекүл мәктәбе;
II урын яулаған Ҡурғаш мәктәбе;
I урын яулаған Дүшәмбикә мәктәбе;
балалар баҡсалары араһында III урын яулаған “Умырзая” балалар баҡсаһы (Түбәнге Ҡыйғы ауылы);
II урын яулаған “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (Үрге Ҡыйғы ауылы);
I урын яулаған “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы (Үрге Ҡыйғы ауылы).
Читайте нас: