Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 12:47

“ЗАМАН МӘКТӘБЕ – КОМФОРТ ТЕРРИТОРИЯҺЫ”

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе – яңы уҡыу йылына старт биреүсе һәр йыллыҡ сара. Традиция буйынса быйыл да осрашыу, дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен иҫәпкә алып һәм уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләрен анализлап, райондың мәғариф системаһын артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүгә арналды.

Кәңәшмәлә БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары И. Мәүлитбирҙин һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. Иванюта ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһап, үҙ докладында муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәрҙе яҡтыртты. Ул райондың мәғариф системаһын артабан үҫтереү өсөн мөһим булған төп темаларҙы, эштәге яңы йүнәлештәрҙе билдәләне.
Район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев беҙҙең районда мәғарифтың, тотош республикала кеүек үк, балаға айырым иғтибар шарттарында бойомға ашырылыуын билдәләп үтте. “Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путиндың 2018 йылдағы май указында илде 2024 йылға тиклем үҫтереүҙең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттар билдәләнгән. Яңы уҡыу йылы башына райондың мәғариф ойошмалары селтәре үҙгәрешһеҙ ҡала. 18 дөйөм белем биреү ойошмаһы эшләйәсәк. Парталар артына 2144 уҡыусы, шул иҫәптән 211 беренсе класс уҡыусыһы ултыра.
Яңы уҡыу йылынан башлап барлыҡ мәктәптәр 5 көнлөк уҡыу режимына күсәсәк. Шул уҡ ваҡытта билдәләп үтергә кәрәк, мәктәптәрҙә 6 көнлөк эш режимы һаҡланасаҡ. Был уҡыусыларҙы дәрестәрҙән тыш эшмәкәрлеккә йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Үҙгәрештәрҙең һәм инновацион проекттарҙың иң күбеһе дөйөм белем биреү системаһына бәйле. Цифрлы, тәбиғи-ғилми һәм гуманитар профилдәге төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҫтереү һәм бойомға ашырыу маҡсатында ике урта мәктәп (Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе, Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәктәбе) базаһында “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асыласаҡ. Был йүнәлештә беҙҙең төп бурыс – “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бирелгән ҡорамалдарҙың эффектлы ҡулланылыуын, “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәренең 20 сентябргә асылыуын тәьмин итеү.
“Цифрлы мәғариф мөхите” проекты сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы цифрлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен булдырыу өсөн ҡорамалдар аласаҡ. Беҙгә район мәктәптәренең берҙәм төбәк электрон журналға һәм туҡланыу өсөн түләүҙең берҙәм системаһына күсеүен, шулай уҡ һәр мәктәп китапханаһының Интернет селтәренә тоташыуын тәьмин итергә, булған локаль-иҫәпләү селтәрҙәрен тергеҙергә, барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең цифрлы белемлелек кимәлен яҡшыртырға кәрәк. Мәғариф сифатын күтәреү мәғариф стратегияһынан айырылғыһыҙ. Был ата-әсәләрҙең төп талабы булып тора. Йыл йомғаҡтары буйынса район буйынса өлгөрөш сифаты 100% тәшкил итте, уҡытыу сифаты – 65,9%. Мәғариф бүлеге һәм мәктәптәр тарафынан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек буйынса ҙур эш башҡарылды.
Сығарылыш уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтихандары (БДИ) рәүешендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында 74 уҡыусы ҡатнашты. БДИ һөҙөмтәләрен анализлау математика, биология, химия, информатика, физика, география буйынса күрһәткестәрҙең яҡшырыуын, рус теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәне һәм тарих буйынса бер ни тиклем насарайыуын күрһәтә. Төп дөйөм белем биреү программаһы буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын 184 уҡыусы (83,3%) – төп дәүләт имтиханы (ОГЭ), 37 уҡыусы (16,7%) дәүләт сығарылыш имтиханы (ГВЭ) формаһында үтте. Төп дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре, туған тел, әҙәбиәт һәм информатика фәндәренән тыш, барлыҡ фәндәр буйынса белем сифатының күтәрелеүен күрһәтә,” – тип һөйләне И. Һаҙыев. Шулай уҡ Илгиз Сәфиулла улы өҫтәмә белем биреү, кадрҙар потенциалы, һәләтле балалар менән эшләү, балаларҙа уҡыуға ынтылыш уятыу, туҡландырыуҙы ойоштороу мәсьәләләренә туҡталып китте.
Был көндө район мәҙәниәт йортонда район үҙәге, Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәғариф учреждениелары, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәренең ижади эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Читайте нас: