Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2019, 13:38

АЙБОЛИТТЫҢ ИЗГЕ ЙӨРӘГЕ ҺӘМ ШИФАЛЫ ҠУЛДАРЫ

Был һөнәрҙе түҙемле, шәфҡәтле кешеләр генә һайлай, улар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сирле хайуандарға ярҙамға ашыға.

Был һөнәрҙе түҙемле, шәфҡәтле кешеләр генә һайлай, улар тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сирле хайуандарға ярҙамға ашыға. Уларҙың хеҙмәте ҡатмарлы һәм яуаплы. Ветеринария фельдшеры А. Зәбиғуллин үҙ һөнәренә күп йылдар тоғро ҡала.
Адик Радик улы көн һайын эшкә Туҡай ауылынан килә. Һөнәр һайлауға хайуандарҙы яратыуы һәм колхоз ветеринары булып эшләгән олатаһы Абзал йоғонто яһай. “Бала саҡтан ветеринария ҡорамалдарының тәғәйенләнешен яҡшы белә торғайным, олатайым менән малсылыҡ фермаларына йөрөнөм, уға ярҙам итә инем,” – тип һөйләй ул. Был һөнәргә күңеле ятҡанын төшөнгәс, мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан совхоз-техникумына уҡырға инә, унда малдарға дөрөҫ диагноз ҡуйыу, дауалау буйынса яҡшы белем ала һәм тәжрибә туплай. Тимирязев исемендәге колхозда ветеринария фельдшеры булып эш башлай. РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1999 йылда Адик Радик улы Тимирязев исемендәге колхоздың баш ветеринар табибы итеп билдәләнә.
“Хужалыҡта һыйыр малдары байтаҡ ине, таналар һәм быҙауҙар, шулай уҡ 700 баш сусҡа аҫралды. Барлыҡ малдарҙың сәләмәтлек торошон күҙәтергә, эпизоотик сирҙәргә ҡаршы профилактика саралары үткәрергә, дауаларға кәрәк ине,” – тип хәтерләй ветеринар.
2017 йылда уны Ҡыйғы район ветеринария станцияһына эшкә саҡыралар. “Беҙҙең станция бөгөн район территорияһында эпизоотик һәм ветеринар-санитар именлекте тәьмин итеүҙән тыш, йорт хайуандарын дауалау буйынса махсус хеҙмәт күрһәтә. Ике йыл инде был эште А. Зәбиғуллин уңышлы башҡарып килә. Ул республиканың шәхси клиникаларында специализация үтте, ситтән тороп Троицк ветеринария медицинаһы институтында уҡый. Адик Радик улы – алтын ҡуллы, юғары класлы һөнәр эйәһе. Йорт хайуандарына операциялар ҙа яһай. Ул дауалауҙы ғына түгел, профилактик эштәрҙе лә үтәй, тимәк, хужалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, вакцинациялау, сезонлы профилактик эшкәртеү кеүек сараларҙы бойомға ашыра. Беҙгә шулай уҡ йыш ҡына республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән мөрәжәғәт итәләр. Дауалау өсөн махсус операция бүлмәһе бар,” – тип һөйләй район ветеринария хеҙмәте начальнигы Р. Моратшин.
Ветстанцияла телефон һис тынмай, А. Зәбиғуллин беҙҙең менән аралашҡан арала ғына бер эт хужаһы килеп китеүҙәрен үтенеп шылтыратты. Ветеринар кисекмәҫтән ярҙамға ашыға. Докторҙың инструменттар һәм дарыуҙар менән тулы сумкаһы һәр саҡ әҙер. Уның әйтеүенсә, бындай шылтыратыуҙар көнөнә бик күп булырға мөмкин.
Барлыҡ буш ваҡытын Адик Радик улы ғаиләһенә арнай. Уның яҡындары эше еңел булмауын, хайуандарҙы дауалап, тәү сиратта кешеләргә ярҙам күрһәтеүен яҡшы аңлай.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.
А. Зәбиғуллин операциялар яһау бүлмәһендә.
Читайте нас: