Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2019, 13:18

“МИНЕҢ ӨМӨТ ГӨЛДӘРЕМ”

Ҡөлмәт ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Рәзилә Ханованың йорто гөл-сәскәләргә күмелгән, виноград ҡыуаҡтары менән уратып алынған.

Ҡөлмәт ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Рәзилә Ханованың йорто гөл-сәскәләргә күмелгән, виноград ҡыуаҡтары менән уратып алынған.
Рәзилә Әфтәх ҡыҙы 20 йыл Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында “Магнезит” заводында эшләгән. Әсәһе ҡаты сирләп киткәс, ғаиләһе менән тыуған ауылына күсеп ҡайта. Ҡәҙерле кешеләрен юғалтҡас, үҙен тулыһынса ҡыҙы Гөлсәсәккә, ейәндәренә, бүләләренә арнай, сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Ул “Правда” колхозында кассир булып та эшләгән.
“Гөл-сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Тәүҙә георгиндар үрсеттем. Һуңынан гладиолустың ҡыҙыл сорттарын үҫтерә башланым. Йыл һайын орлоҡ материалын яңыртам, яңы сорттар һатып алам, шулай уҡ үҙем үҫтергән сәскәләрҙең орлоҡтарын әҙерләйем. Минең өсөн сәскәләр сезоны февралдә башлана һәм октябрҙә тамамлана. Розаның барлыҡ сорттарын, флокса, ипомея һәм башҡа культураларҙы, серетмә менән ябып, ҡышҡылыҡҡа сәскә түтәлендә ҡалдырам,” – тип һөйләй хужабикә.
Гөл-сәскәләрҙең күплеге, уларҙың хуш еҫтәре бынан үткән һәр кешенең күңелен арбай. Әйтерһең, үҫемлектәр хужабикәнең һөйөү-наҙын тоя һәм аңлай, бик матур булып үҫә һәм оҙаҡ сәскә ата. Рәзилә Әфтәх ҡыҙы улар менән һөйләшә, һыйпай. Күңел йылыһы менән һуғарылған баҡса көндән-көн матурая бара.
Ҡыҙы Гөлсәсәк тормош иптәше Наил менән күршелә генә йәшәй. Уларҙың баҡсаһы ла матурлығы буйынса һис кәм түгел.
Автор фотоһы.
Р. Ханова үҙенең баҡсаһында.
Читайте нас: