3 сентябрҙә Өфө тәүге тапҡыр Рәсәйҙең балалар хирургтары форумын һәм беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресын ҡабул итте. Башҡортостандың баш ҡалаһына ил төбәктәренән, Ҡытайҙан, АҠШ-тан һәм Германиянан 400-ҙән ашыу делегат килде. Дәүләт Думаһы депутаты, юғары категориялы балалар хирургы Дмитрий Морозов һүҙҙәренсә, ошондай тәүге форум 2002 йылда уҙҙы. Бөгөн был — балалар хирургияһы өлкәһендә бишенсе сара.
«Көҙҙө беҙ ҡаҙаныштар, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн көтөп алабыҙ. Бында элекке союздаш республикаларҙан бөтә кафедраларҙың вәкилдәре йыйыла, — тип билдәләне Морозов. — Ә Башҡортостан һәм республиканың балалар хирургияһы һәр саҡ новаторҙар иҫәбендә. Бында торакоскопик хирургия барыһынан да алдараҡ барлыҡҡа килде. Башҡортостан табиптары Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла тәүгеләрҙән булып балаларға беренсе торакоскопик операция яһаны».
Дәүләт Думаһы депутаты һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы һүҙҙәренсә, бөгөн балалар хирургияһында хәл ителергә тейешле мәсьәләләр бар. Атап әйткәндә, милли ассоциацияларҙы нығытыу.
«Улар кемде, ҡайҙа һәм нисек дауаларға кәрәклеген билдәләй. Йәғни ассоциациялар дәүләткә ҡарамаған идаралыҡ ролен ала һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә алдынғы урындарҙы биләй», — тип аңлатты Дмитрий Морозов.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, форум тәү сиратта республиканы аң-белем һәм асыштар менән байыта.
«Форумда ғилми-ғәмәли бүлек тә ҡаралған. Федераль үҙәктәрҙән һәм сит дәүләттәрҙән килгән коллегаларыбыҙ беҙҙең төп медицина учреждениеларына: Республика балалар клиник дауаханаһына, перинаталь үҙәккә, бер нисә поликлиникаға һәм БДМУ клиникаһына бара», — тип хәбәр итте Максим Забелин.
Бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матди-техник базаны яңыртыу өҫтөндә эшләй. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҙур программа ойошторолған. Быйыл бөтә балалар поликлиникалары тиерлек төҙөкләндерелә, киләһе йылда стационар бүлектәрҙе реконструкциялау күҙаллана.
Рәсәй балалар хирургтарының бишенсе форумында Рәсәйҙең балалар хирургтары ассоциацияһы президиумы рәйесе Александр Разумовский, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй медицина университетының балалар йәшендәге хирургия ғилми-тикшеренеү институты директоры Владимир Розинов, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Владимир Круглый ҡатнаша.
Сара 5 сентябрҙә тамамлана, унда ғилми-ғәмәли һәм теоретик һығымталарҙан тыш, йәш ғалимдар конкурсында еңеүселәр билдәләнә.