Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 14:06
Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләйҙәр
Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләйҙәр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй хөкүмәтенә тейешле йөкләмәһе тураһында рәсми документ бөгөн Кремль сайтында баҫылды.
Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләйҙәр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй хөкүмәтенә тейешле йөкләмәһе тураһында рәсми документ бөгөн Кремль сайтында
баҫылды
.
1 ноябргәсә министрҙар кабинеты беренсе ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың медицина хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш, тип хәбәр ителә.
Ошо ваҡытҡа тиклем медицина эшмәкәрлеген лицензиялау тәртибе камиллаштырылырға, шулай уҡ Рәсәй субъекттары властарының медицина ойошмаһы булдырыу йәки уның эшмәкәрлеге йүнәлешен үҙгәртеү тураһында ҡарарҙарҙы алдан килешеү процедураһы индерелергә тейеш.
Бынан тыш, 1 октябргә тиклем хөкүмәткә медицина вуздарын тамамлаусылар дәүләт һәм муниципаль медицина учреждениеларында өс йыл буйына тәжрибәле белгестәр контроле аҫтында эшмәкәрлек алып барһын өсөн «йәш белгес» һәм «табип-остаз» төшөнсәләрен ҡануни яҡтан нығытырға кәрәк.
Быйыл июлдән Өфөнөң ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә эш стажы өсөн өҫтәмәләр билдәләнде. Тиҙ ярҙамда 3-5 йыл өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн окладҡа — 20%, 5-7 йыл — 40%, 7 йылдан ашыуыраҡ — 65%. Йәғни, әгәр бөгөн фельдшерҙың оклады 11 мең һум тәшкил итһә, өҫтәмәнең максималь суммаһы 7 мең һумдан саҡ ҡына күберәк була.
Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы станцияһы профкомы рәйесе Илзирә Усманова һүҙҙәренсә, был — ҙур еңеү.
«Кешеләрҙең ашығыс ярҙамда эшләү өсөн стимулы барлыҡҡа килде, был аҡса уларға ай һайын түләнә», — тине Илзирә Усманова.
Сығанаҡ
http://www.bashinform.ru/bash/1349066/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?