Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 14:21

ОНОТОЛМАҪЛЫҠ ЙӘЙ

Быйыл беҙ – Дүшәмбикә һәм Йыланлы ауылдарынан 13 уҡыусы – Туймазы районында “Бабай утары” музей-этнография комплексында урынлашҡан “Алға” балалар лагерында ял иттек.

Быйыл беҙ – Дүшәмбикә һәм Йыланлы ауылдарынан 13 уҡыусы – Туймазы районында “Бабай утары” музей-этнография комплексында урынлашҡан “Алға” балалар лагерында ял иттек.
Лагерға путевкалар яҡшы уҡыған һәм мәктәп, район буйынса уҙғарылған сараларҙа, һәр төрлө конкурс-смотрҙарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеү яулаған өсөн бүләк булды. Беҙҙең менән бергә Башҡортостан һәм Татарстандан 14 йәштән 17 йәшкә саҡлы 80-дән артыҡ бала ял итте. Лагерь комплекстың иң гүзәл урындарында урынлашҡан. Беҙҙең менән иң талантлы, иң һәләтле вожатыйҙар эшләне. Ял итеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар, танылыу алған яҙыусылар һәм артистар менән осрашыуҙар ойошторолдо, татар теле һәм биология фәненән дәрестәр үтте. Оҫталыҡ дәрестәрендә беҙҙе тегергә һәм бәйләргә, төрлө инструменттар менән эш итергә, милли аштар бешерергә өйрәттеләр. Беҙ вожатыйҙар менән берлектә ҙур балалар Һабантуйы үткәрҙек, спектаклдәр ҡуйҙыҡ, музейҙарҙа булдыҡ, кино ҡараныҡ.
Был йәй онотолмаҫлыҡ булды, бөтә яңы уҡыу йылына етерлек күңелле тәҫьораттар һәм илһам алдыҡ.
Беҙ һәм беҙҙең ата-әсәләребеҙ лагерҙың ойоштороусыһы – Бөтә донъя татарҙары конгресы эргәһендә эшләп килгән “Бөтә Рәсәй татар ауылдары йәмәғәт ойошмаһы” рәйесе Ф. Ғәлимовҡа, Л. Вафина етәкселегендәге “Аҡ ҡалпаҡ” республика ойошмаһына һәм башҡаларға бушлай путевкалар менән тәьмин иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.


Сарина Әхмәтйәнова, Дүшәмбикә ауылы мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: