Райондың һәр кешеһенең көндәлек тормошо, федераль һәм төбәк власть органдары әүҙемлегенә ҡарағанда, күберәк дәрәжәлә үҙ муниципалитетыбыҙ эше һөҙөмтәлелегенә бәйле. Йыл дауамында район етәкселеге ауыл халҡының тормош шарттарын яҡшыртыуға, район территорияһындағы социаль-мәҙәни предприятие-учреждениеларҙың уңышлы эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән барлыҡ сараларҙы күрә. Ошо йүнәлештә бөгөнгә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелгәнлеге тураһында беҙ район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов менән әңгәмәләштек.
Шамил Радил улы, яңы уҡыу йылы башланды. Мәғариф учреждениеларының әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ? Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ниндәй эштәр башҡарылған?
Мәғарифты үҫтереү, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ уларҙың көндәлек эшмәкәрлеге район хакимиәтенең айырым иғтибары үҙәгендә. Муниципаль бюджет социаль йүнәлештә – йыл һайын мәғариф өлкәһенә район бюджетының 65 проценты йә иһә яҡынса 338 миллион һум йүнәлтелә.
Мәғариф өлкәһенә төбәк һәм федераль бюджеттарҙан күпме аҡса бүленә?
Һуңғы 6 йылда тармаҡҡа йәмғеһе 1,7 миллиард һум һалынған. Был аҙ аҡса түгел. Бынан тыш, мәғариф өлкәһенә объекттар төҙөү, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу рәүешендә финанс саралар йүнәлтелә. 2019 йылда барлыҡ мәғариф учреждениеларында 2 миллион 421 мең һум суммалыҡ ағымдағы ремонт яһалды. 10 бинала йылы бәҙрәфтәр төҙөү тамамланды, быға 3 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһын һәм бассейнын капиталь ремонтлауға (17 миллион һум) подрядсы табыу буйынса торг иғлан ителгән. Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының яңы спорт залы асылды, Абзай ауылы урта мәктәбе спорт залы яңыртылды.
“Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ике мәктәп – Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбе базаһында “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилдәге мәғариф үҙәктәре асыласаҡ. Бер үҙәкте төҙөүгә финанслау күләме 1615415 һум тәшкил итә, шул иҫәптән район бюджетынан – 15994 һум.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының матди-техник базаһын яңыртыу өсөн “Цифрлы белем биреү мөхите” төбәк проекты сиктәрендә 2102152,88 һум бүленә (муниципаль бюджеттан – 20813 һум).
Үрге Ҡыйғы ауылының “Башаҡ” балалар баҡсаһында ике айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыла. Ошо маҡсатҡа 1125 мең һум бюджет аҡсаһы бүленгән. Был мәктәпкәсә учреждениеның айырым тәҙрәләре Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса яңыртылды.
Әйткәндәй, социаль өлкәлә һуңғы йылдарҙа граждандар ҡатнашлығындағы проекттар: “Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы”, “Реаль эштәр” өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып тора. Улар беҙҙең районда ни тиклем уңышлы тормошҡа ашырыла?
Был ауыл халҡы өсөн мөһим объекттар торошон яҡшыртыу мөмкинлеге. Мәҙәниәт усаҡтары, мәктәптәр, балалар майҙансыҡтары һ.б. тәртипкә килтерелә. Былтыр Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында райондың барлыҡ ауыл биләмәләре ҡатнашты, 5 миллион һумдан ашыу суммаға эштәр башҡарылды. Быйыл ауыл биләмәләре тәҡдим иткән бөтә 9 проект та конкурсты уңышлы үтте һәм бөгөн улар тормошҡа ашырыла. Проекттарҙың дөйөм суммаһы 5,5 миллион һум тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең район – барлыҡ проекттары өсөнсө йыл рәттән еңеүсе булған һирәк райондарҙың береһе.
2016 йылдан алып беҙҙең район “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектында ҡатнаша. Быйылға 6 проект планлаштырылған, 2 объектта – Арыҫлан һәм Кандаковка ауыл мәҙәниәт йорттарында ҡыйыҡты ремонтлау тамамланған.
Был проекттар халыҡты йәлеп итеп, уларҙың инициативаһы менән яҡшы һәм изге эштәр башҡарып булыуын күрһәтте. Быны артабан да дауам итергә кәрәк. Беҙ башҡа программаларҙа һәм конкурстарҙа ла ҡатнашырға тырышабыҙ, улар ярҙамында территорияларҙы төҙөкләндерәбеҙ, төҙөйбөҙ, ремонтлайбыҙ.
Халыҡ менән осрашыуҙар барышында территорияларҙы төҙөкләндереүгә, юлдар торошона ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелә. Был йүнәлештәге хәлдәр торошон нисек баһалайһығыҙ?
Беҙҙең төп бурыс – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Быйыл төҙөкләндереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 3 йәмәғәт территорияһында эштәр бара. Район үҙәгендә ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндерелә: ҡоймаһы яңыртыла, воркаут өсөн яңы спорт майҙансығы, тренажерҙар ҡуйыласаҡ, уйын майҙансығына ҡом түшәләсәк. Үрге Ҡыйғы ауылында Еңеү паркында (дөйөм хаҡы 1 миллион 845 мең һум), Түбәнге Ҡыйғы ауылында Еңеү скверында (2 миллион 342 мең һум) ремонт эштәре бара. Объекттарҙы 2019 йылдың октябрендә тапшырыу планлаштырыла.
Микрорайондағы дүрт йорт (№4, 9, 10, 11) “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашты. Уларҙа асфальт, тротуар яңыртылды, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн майҙансыҡ, автомобилдәр туҡталҡаһы, резина япмалы балалар майҙансығы яһаласаҡ. Был маҡсатҡа 3 миллион һумлап аҡса йүнәлтелгән. Подряд ойошмаһы – “Ҡыйғы Коммунальщик” ЯСЙ-һы эштәрҙе октябрҙә тамамларға ниәтләй.
Юлдарға килгәндә, быйыл районға юл төҙөү һәм ремонтлау өсөн 16 миллион һум, шул иҫәптән ҡырсынташлы юлдарға 10 миллион һум бүленде. Күптәр иғтибар иткәндер: быйыл һәр ауыл биләмәһендә тиерлек юл эштәре башҡарылды. Сағыр ауылында күпер йүнәлтелде, Яуын, Ҡурғаш, Кесейыҡ ауылдарында юлдарға ваҡ таш һалынды, Туғыҙлы, Ләүзә, Алағуз ауылдарында эштәр бара, Йүкәлекүлдә һәр Кеҙетамаҡта ремонт көтөлә. Үрге Ҡыйғы ауылының Төньяҡ микрорайонында: Тау, Айса, Ҡырым, Батыр, И. Ғәйнетдинов, Х. Кәрим урамдарында, Көньяҡ-көнбайыш микрорайонында: З. Ахунова, Р. Шәфи, Болон һәм Рәсәй урамдарында юлдарға ҡырсынташ йәйеләсәк. Тимерлек, Юл, Күпер, Йылға, Шәһимәрҙәнов, М. Ғафури, Рослов урамдарында юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла.
“Тыуған урам” программаһы буйынса Үрге Ҡыйғы ауылының Сәскә урамында (1,4 км) һәм Ләүзә ауылының Д. Ракшин урамында (2,1 км) асфальт йәйеләсәк.
Урындағы юл фонды аҡсаһы иҫәбенә Кандаковка, Түбәнге Ҡыйғы, Йыланлы ауылдарындағы асфальт япмалы юлдар тәртипкә килтерелде.
Районда ниндәй социаль объекттар төҙөлә?
Әлеге ваҡытта Ләүзә ауылында 80 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп менән 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә. Объектты тапшырыу срогы – ошо йылдың ноябре. Подрядсы – “Геострой” ЯСЙ-һы. Уны беҙҙең яҡташыбыҙ Хажиев Рөстәм Дарик улы етәкләй. Икенсе бер мөһим объект – Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынлыҡ зал менән мәҙәниәт йорто. Бер ҡыйыҡ аҫтында модель китапхана, күргәҙмәләр залы, бейеү, спорт менән шөғөлләнеү бүлмәләре һ.б. урын аласаҡ. Объект йыл һуңына тиклем үҙ ишектәрен асасаҡ. Бынан тыш, быйыл элекке кинопрокат бинаһында заманса кинотеатр булдырыласаҡ, ул тәүге тамашасыларын декабрҙә ҡабул итәсәк.
Түбәнге Ҡыйғы ауылында һыу үткәргес төҙөлдө, әле көйләү һәм эшләтеп ебәреү бойомға ашырыла.
Яҡын киләсәккә ниндәй пландар билдәләнгән?
2020 йылда РФ Ауыл хужалығы министрлығының “Ауыл территорияларын комлекслы үҫтереү” программаһы буйынса 2-се урта мәктәп ҡыйығын ремонтлау планлаштырылған. Был маҡсатҡа 3 миллион 800 мең һум сарыф ителәсәк, шулай уҡ Үрге Ҡыйғы ауылының “Башаҡ” балалар баҡсаһы тәҙрәләре, ҡыйығы яңыртыласаҡ (6 миллион 200 мең һум дөйөм суммаға).
Ауыл территорияларын төҙөкләндереү программаһы сиктәрендә, “сүп-сар реформаһы” талап иткәнсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары яһаласаҡ. Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында таҙартыу ҡоролмаларын проектлауға подрядсы билдәләү буйынса торг бара, 2019 йылда беҙгә 7 миллион һум аҡсаны үҙләштерергә кәрәк, проекттың дөйөм хаҡы – 14 миллион һум.
Әгәр һайлап алыу турын уңышлы үтһәк, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереүгә 2 миллион һум бүленәсәк.
Үрге Ҡыйғы ауылында яңы микрорайондарҙа һәм элекке урамдарҙың бер өлөшөндә һыу үткәргес төҙөү буйынса торг иғлан ителгән. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 67 миллион һум, быйыл 30 миллион һум үҙләштереү һәм Тау аҫты урамында, Төньяҡ микрорайонда эштәр башҡарыу планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбировтың ҡушыуы буйынса Үрге Ҡыйғы ауылында бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу системаһын һәм таҙартыу ҡоролмаларын проектлауға һәм төҙөүгә, шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөүгә аҡса бүленде.
Дәүләт ярҙамынан башҡа ауыл хужалығы тармағында ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булмай. Был йүнәлештә эштәр нисек бара?
Райондың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре төрлө программаларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл Йыланлы ауылынан фермер О. Ғиндуллин “Ғаилә малсылыҡ фермалары” республика программаһы буйынса һөт малсылығын үҫтереүгә 3,5 миллион һум Грант алды.
Дүрт ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы килем килтереүсе проекттарҙы үҫтереү буйынса конкурста ҡатнаша. Грант рәүешендәге финанс ярҙам беҙҙең район кооперативтарына етештереү эшмәкәрлектәрен киңәйтергә, эш урындары булдырырға, халыҡтың килемен арттырырға ярҙам итәсәк. Яңы эш башлаусы фермер С. Дмитренко (Ҡурғаш ауылы), шәхси хужалыҡтар эйәләре Ф. Вәлиуллин (Арыҫлан ауылы), А. Ямалетдинов (Туғыҙлы ауылы) “Агростартап” федераль программаһына ҡушылды һәм һайлап алыу турын үтте. Улар үҙ хужалыҡтарын үҫтереүгә 4 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамын алыу өсөн тырыша. Уларға уңыштар һәм ныҡышмалылыҡ теләйбеҙ.
Район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
Һуңғы йылдарҙа республика власть органдары ярҙамында райондың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн күп нәмәләр эшләнеүен иҫәпкә алып, райондың барлыҡ халҡын алда көтөлгән һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, был хәл ителмәгән проблемаларҙы яҡын арала хәл итеүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Ш. Мөхәмәтдинов “Әхмәтдинов А.” КФХ-һы баҫыуҙарын ҡарай.