Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2019, 12:02

НАРКОТИКТАРҒА – ЮҠ!

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һәм наркомания таралыуын киҫәтеү буйынса профилактик эш хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һәм наркомания таралыуын киҫәтеү буйынса профилактик эш хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Ҡайҙа үлем менән сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит”, “Мәк”, “Наркоманияға кәртә”, “Призывник” операцияларында әүҙем ҡатнаша.
Профилактик саралар барышында полиция хеҙмәткәрҙәре рейдтар уҙғара, граждандарға наркотиклы үҫемлектәр үҫтергән, мәк һәм тарманы юҡ итеү буйынса саралар күрмәгән өсөн яуаплылыҡ тураһында мәғлүмәтте еткерә.
Рейд ваҡытында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ автомобилендә мәк һабаҡтарын ташыусы гражданды ҡулға алды. Был факт буйынса РФ Хөкөм кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды (наркотик сараларҙы, психотроп матдәләрҙе йә иһә уларҙың аналогтарын законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, ташыу, әҙерләү, эшкәртеү, шулай уҡ составында наркотик саралар йә иһә психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе йә иһә уларҙың өлөштәрен ҙур күләмдә законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу). РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 6.9 статьяһы буйынса (табип тәғәйенләмәгән килеш психотроп матдәләрҙе йә иһә наркотик сараларҙы, йәки яңы потенциаль хәүефле психоактив матдәләрҙе ҡулланыу) 2 протокол төҙөлдө. 1,66 гектарҙа ҡырағай тарма үҫеүе асыҡланды.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә, наркоманияны һәм нарко-енәйәтселекте киҫәтеүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары халыҡтың, йәмәғәт ойошмаларының ярҙамына иҫәп тота.
Законһыҙ рәүештә мәк һәм тарма үҫтереү, был үҫемлектәр ҡырағай үҫкән урындар, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге башҡа факттар тураһында 8-909-348-48-74, 8-909-345-02-05 телефондары буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.
Д. Һаҙыев,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙәрлекләү бүлексәһе начальнигы.
Читайте нас: