Һуңғы айҙарҙа торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә айлыҡ аҡсалата компенсация суммаһы кинәт кәмене. Бының сәбәбе нимәлә?
Һорауға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров яуап бирә:
БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 июлендәге 447-се ҡарарына ярашлы, республиканың муниципаль берәмектәрендә йәшәүсе граждандар өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы айлыҡ аҡсалата компенсациялау шарттары үҙгәрҙе.
Түләү сығымдарға ярашлы башҡарыла, йәғни йәйге осорҙа сумма кәмерәк, сөнки йылылыҡ өсөн түләргә кәрәкмәй. Йылытыу сезоны башланыу менән айлыҡ аҡсалата компенсация суммаһы артасаҡ. Ошолай итеп, йыл дауамында ул айырылып торасаҡ. Компенсация алыусыларға борсолорға кәрәкмәй.