Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2019, 13:02

Республикала инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға аҡсалата сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификаттар биреү механизмы 2018 йылдың ноябрендә инвалид балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Сертификаттың хаҡы — 41 722, 59 һум. Уны теләһә ниндәй шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә 14 йәшкәсә мөмкинлектәре сикле балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн Башҡортостан бюджетынан 63 миллион һум бүленде.
Сертификаттарҙы Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бирә. Граждандарға уңайлы булһын өсөн сертификат тапшырыу тәртибе буйынса ҡулланма әҙерләнде. Сертификатты 2 ай эсендә файҙаланырға кәрәк.
Читайте нас: