Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2019, 12:27

СИФАТЛЫ ҺӨТ ЭСЕГЕҘ

Һөт һәм һөт ризыҡтары ҡиммәтле туҡланыу продукттары булып тора.

Һөт һәм һөт ризыҡтары ҡиммәтле туҡланыу продукттары булып тора. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: сирле малдарҙан алынған һөт кешегә зооантропоз (кеше һәм малдар өсөн уртаҡ) ауырыуҙар йоғоуына сәбәпсе булырға мөмкин. Бынан тыш, һауыу, эшкәртеү һәм һаҡлауҙың санитар ҡағиҙәләрен һәм технологияларын тейешенсә үтәмәгәндә, һөттөң аҙыҡ токсикозы һәм токсикоинфекция сәбәбе булып тороуы ихтимал.
Һөткә микробтар тышҡы мөхиттән (һыйырҙың елененән, һөт цистернаһынан) үтеп инә. Һөттөң специфик булмаған микрофлораһын бактериялар, сүпрә, үңәҙ бәшмәктәре тәшкил итә. Һөттә микроорганизмдар һауыу процесында уҡ тарала һәм бының интенсивлығы фермалағы гигиена кимәленән, һауыу һәм ҡорамалдарҙы дезинфекциялау сифатынан тора. Һәр төрлө микробтар малдың тиреһендә күп була, унда улар аҙыҡ, тиреҫ, аҫлыҡ, һауанан эләгә.
Һөттө һаҡлауҙың насар шарттары шулай уҡ унда микрофлора үҫешеүенә килтерә. Яңы һауып алынған һөт бактерицид, йәғни бактериялар үрсеүен тотҡарлау һәм хатта уларҙы үлтереү үҙенсәлегенә эйә.
Яңы һауған һөттөң бактерицид үҙенсәлектәрен һаҡлау өсөн, уны һауғандан һуң шунда уҡ һыуыталар һәм оҙатҡансы +2 градустан +6 градусҡаса температурала һаҡлайҙар. Һаҡлау барышында һөттөң антимикроб үҙенсәлектәре юғала, һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә, унда насар микрофлора үҫешеүе өсөн шарттар барлыҡҡа килә һәм продукт боҙола башлай.
Айырыуса мастит менән ауырыусы һыйырҙарҙың һөтөндә төрлө микробтар (стафилококтар, стрептококтар һ.б.) күп. Микроорганизмдарҙың һөткә һауа аша ла эләгеүе ихтимал. Шуға ла аҡһым, май һәм әселеген билдәләү менән бер рәттән, һөттәге бактериялар кимәлен дә (бакобсемененность йә иһә КМАФАнМ) тикшерергә кәрәк.
Әлбиттә, яҡшы һөттә бактериялар кимәле (бакобсемененность) түбән була. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: сей һөттә бактериялар кимәле нулгә тиң булырға мөмкин түгел. Сөнки ул – малдарҙан алынған тере продукт, ә бактериялар – теләһә ҡайһы тере организмдың айырылғыһыҙ юлдаштары. Хатта патоген булмаған бактериялар күп булған һөттө тулы ҡиммәтле һөт тип иҫәпләргә ярамай. Бактерияларҙың күп булыуы унда микроорганизмдар, шул иҫәптән патоген, үрсеүе тураһында һөйләй. Микроорганизмдарҙың юғары кимәле ағыуланыуға (диарея, гастроэнтерит билдәләре менән) килтерергә мөмкин.
Сей һөткә бактериялар кимәле буйынса талаптар РФ-ның норматив документтары, Таможня союзы Техник регламенты менән билдәләнгән.
Лаборатор тикшереү аҙыҡтың санитар-гигиеник торошон, уның микрофлораһын күрһәтә, малдың сәләмәтлек торошо, елене торошо, һауыу һәм ҡорамалдарҙы дезинфекциялау кимәле, производствола санитар-гигиена талаптарының, хеҙмәткәрҙәр тарафынан шәхси гигиена ҡағиҙәләренең үтәлеше, әҙер продукцияны һаҡлау, ташыу шарттары тураһында һөйләй.
10 көнгә бер тапҡыр һөттө лабораторияға тикшереүгә килтерергә кәрәк.
И. Ниғмәтуллин,
Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһының Дыуан филиалы директоры.
Читайте нас: