21 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе ҡатнашыусылар өсөн уйын мөхите тыуҙырыу һәм ярыш сәме уятыу өсөн «Таҙа уйындар» рәүешендә ойошторола, тип белдерҙе Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе Ольга Филева. Икенсе дөйөм ҡала өмәһе 5 октябргә тәғәйенләнгән. Майҙансыҡтар билдәле — 140 гектарға яҡын ҡала биләмәһен тәртипкә килтереү бурысы тора.
Шулай уҡ #ЙӘШЕЛБАШҠОРТОСТАН акцияһы дауам итә: 3 мең үҫенте һәм декоратив ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана, шуларҙың 1,2 меңен — «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы», ҡалғанын коммуналь хеҙмәттәр, ойошмалар, предприятиелар ултырта.