Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 13:47
Йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы: Башҡортостан 59-сы урында
«Йәшел патруль» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы уҙған йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөгән. Лидерҙар — Тамбов өлкәһе, Алтай крайыһәм Белгород өлкәһе.
«Йәшел патруль» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы уҙған йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөгән. Лидерҙар — Тамбов өлкәһе, Алтай крайыһәм Белгород өлкәһе.
Йәмәғәтселәр Башҡортостанды 59-сы урынға ҡуйған. Волга буйы федераль округының 14 субъекты араһында республика 11-се урында тора.
2019 йылдың яҙ йомғаҡтары буйынса рейтинг менән сағыштырғанда, Башҡортостан исемлектә бер баҫҡысҡа ғына күтәрелгән.
Аутсайдерҙар — Силәбе, Свердловск һәм Иркутск өлкәләре.
Рейтингта илдең 85 субъекты ла күрһәтелгән. Таҙа төбәктәр һауаның, һыуҙың, сығарылған ҡалдыҡтарҙың торошо, йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге кеүек күрһәткестәрҙән сығып һайланған.
«Йәшел патруль»
— эко-рейтингтар төҙөү, тәбиғәтте һаҡлау программаларын һәм сараларын әҙерләү менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаһы. Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы миҙгел йомғаҡтары буйынса — өс ай һайын төҙөлә.
Сығанаҡ
http://www.bashinform.ru/bash/1353004/
Читайте нас: