Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2019, 17:45

Милли музейҙа Ҡыйғы районына арналған күргәҙмә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Рәсәй фоторәссамдары Союзы ағзаһы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Фаил Абсатаровтың Ҡыйғы районына арналған “Мин йәшәгән төбәк” исемле фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Был күргәҙмә Башҡортостандың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм Ҡыйғы районының бөгөнгө тормошон, традицияларын, мәҙәниәтен һәм матурлығын күрһәтә.
Күргәҙмәләр залында илленән ашыу фотоһүрәт эленгән. Улар аша район тормошондағы ҡыҙыҡлы фотофакттар, райондың уникаль тәбиғәте, уның үҫешенә, иҡтисад, төҙөлөш, мәҙәниәт, социаль өлкәләргә тос өлөш индергән кешеләр менән танышырға мөмкин.
Фотокүргәҙмә сентябрь аҙағынаса эшләйәсәк.
Читайте нас: