Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2019, 14:25

“Ауыл уҡытыусыһы” – 55 йәшкә тиклем

“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә федераль түләүҙәргә 55 йәшкә тиклемге педагогтар иҫәп тота ала.

“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә федераль түләүҙәргә 55 йәшкә тиклемге педагогтар иҫәп тота ала.
Программа хөкүмәт тарафынан 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмай әҙерләнергә, уны бойомға ашырыу 2020 йылдан башланырға тейеш. Атап әйткәндә, программала ҡатнашыусыларға 1-әр миллион һум түләү күҙҙә тотола (физик берәмектәр килеменә һалым түләтелмәй).
Шул уҡ ваҡытта был программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ башҡа педагогия хеҙмәткәрҙәренә ҡағылышлы түгел. “Уҡытыусы вазифаһы үҙ аллы вазифа булып тора. Шулай итеп, программаның башҡа вазифаларға ҡағылышлы булыуы мөмкин түгел,” – тиелә РФ Мәғариф министрлығы хатында. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусынан тыш, педагогия хеҙмәткәрҙәре вазифалары исемлегенә түбәндәгеләр инеүе аныҡлана: тәрбиәсе, хеҙмәт инструкторы, физик культура инструкторы, концертмейстер, логопед, методист, музыка етәксеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-китапханасы, педагог-психолог, социаль педагог, тренер-уҡытыусы.
Читайте нас: