“Минең ғаиләм” проекты башланды. Яңы проектҡа стартты Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова бирҙе.
Л. Ғүмәрова билдәләп үтеүенсә, йыл һайын 1000 яңы етем баланың 70 проценты – “социаль етемдәр”. “Социаль етемлектең төп сәбәбе һәр саҡ бер үк – алкоголизм. Нәҡ шуға ла беҙ бар көсөбөҙҙө туплап, һәр балаға ғәзиз ғаиләһен һаҡлап ҡалырға ярҙам итергә булдыҡ,” – тине ул.
“Минең ғаиләм” проекты алкоголь менән мауыҡҡан ата-әсәләрҙе реабилитациялауға йүнәлтелгән. Балалары социаль приютҡа урынлаштырылған ата-әсәләргә ашығыс ярҙам күрһәтеләсәк.
Яңы проект сиктәрендә балалары приютта йәшәгән ата-әсәләрҙең кәм тигәндә 80 проценты дауаланасаҡ. Бынан тыш, ауыр тормош хәлендә ҡалған, әммә белгестәр ярҙамында барыһын да үҙгәртергә теләгән ата-әсәләр ярҙамға иҫәп тота ала.
Проект ошондай ғаиләләрҙе асыҡлауҙы, йәшәү урынына барыуҙы һәм медицина реабилитацияһын күҙ уңында тота.
Проектҡа барыһы ла – муниципалитеттар, ауыл Советтары, мәктәптәр, дауаханалар, күршеләр һәм ата-әсәләр үҙҙәре әүҙем ҡушылыр, тип көтөлә. Бындай берлектәге эштең һөҙөмтәһе булып айыҡ ата-әсәләре эргәһендә үҙ ғаиләләрендә ҡалған йөҙәрләгән, меңәрләгән бәхетле балалар торасаҡ.