Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2019, 16:44

РЕГИСТРАТОРҘАР ЙӨРӨП СЫҠТЫ

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәренең иң мөһим булған өлөшө – регистраторҙар тарафынан адресаттарҙы йөрөп сығыу тамамланды.

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәренең иң мөһим булған өлөшө – регистраторҙар тарафынан адресаттарҙы йөрөп сығыу тамамланды.
Регистраторҙар 39 ауылдағы 11 участкала 7000 адрес буйынса йөрөп сыҡты. Улар өй адрестарын һәм халыҡ исемлеген, картография материалдарын, районда йәшәүселәрҙең яҡынса иҫәбен барланы. Йөрөп сығыу барышында яңы, шулай уҡ ташландыҡ, емерелгән өйҙәр һаны асыҡланды. Хужалыҡтарҙың адрестары аныҡланған, урамдарҙың исеме, йорттарҙың һаны күрһәтелеүе, шулай уҡ ауыл исемдәрен күрһәтеүсе аншлагтарҙың барлығы аныҡланған. Билдәләп китергә кәрәк, был белешмәләр халыҡ иҫәбен алыу өсөн генә түгел, башҡа социаль һәм коммуналь хужалыҡтарҙың эшендә лә талап ителә.
Яҡын киләсәктә районда тейешле тип табылған урындарҙа һәр урамдың исеме, йорттарҙың номеры яҙылған аншлагтар булыр, тип ышанғы килә.
Районда адрестарҙы яңыртыу буйынса эштәр алып барыла. Ул Абзай, Йыланлы, Кандаковка, Дүшәмбикә, Ибрай ауыл биләмәләрендә һәйбәт ойошторолған. Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһендә йорттарҙың номерҙарын яңыртыу эшенә 40 мең һумлыҡ заказ бирелгән.
Д. Ибатуллина,
Ҡыйғы районында халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкил.
Читайте нас: