Райондың коммуналь хеҙмәте командаһы Салауат районы Малаяҙ ауылында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында үткән “Үҙ һөнәрендә иң яҡшыһы” төбәк оҫталыҡ конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойошторған конкурста биш төньяҡ-көнсығыш райондың хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Үҙ һөнәрендә иң яҡшыһы булып танылыу өсөн слесарь-сантехниктар, ҡаҙанлыҡ операторҙары, электромонтерҙар, иретеп йәбештереүселәр һәм тракторсы-механиктар көс һынашты. Жюри конкурсанттарҙың теоретик белемен, практик һәләттәрен, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм нормаларын үтәүен, шулай уҡ эштәрҙе башҡарыу етеҙлеген баһаланы.
Көсөргәнешле ярыштар һөҙөмтәһендә “Ҡыйғы Коммунальщик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте командаһы 2-се урын яуланы һәм махсус кубокҡа лайыҡ булды. Шәхси зачетта Н. Сафин тракторсы-механиктар араһында еңеү яуланы, ул шулай уҡ слесарь-сантехниктар араһында иң яҡшы өсәү араһына инде. Иретеп йәбештереүсе Р. Нәбиев, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторы Р. Фәтихов, электромонтер И. Нәсибуллин өсөнсө урын алды.
Фото предприятие архивынан.