Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2019, 17:28

СӘСКӘ ДИҢГЕҘЕ

Арыҫлан ауылы ҡалҡыу урында урынлашҡан. Ауылға инеү менән сәскәләр донъяһына сумаһың.

Арыҫлан ауылы ҡалҡыу урында урынлашҡан. Ауылға инеү менән сәскәләр донъяһына сумаһың. Һул яҡта – аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, Гөлшат Әсҡәрбай ҡыҙы һәм Рим Хажи улы Сиражетдиновтарҙың, уң яҡта Ирина Фәрит ҡыҙы һәм Рөстәм Ғилметдин улы Мөхөтдиновтарҙың йорт-ихатаһы урын алған.
Беҙ Мөхөтдиновтарҙың хужалығы менән яҡынданыраҡ танышып киттек. Сәскә түтәлдәренә улар ер участкаһының тотош бер сутыйын бүлгәндәр, бында георгиндарҙың ғына 12 төрө, гладиолустарҙың 10-ға яҡын төрө һәм башҡа гөлдәр үҫә.
Йорт хужабикәһе Ирина Фәрит ҡыҙы: “Әсәйем Мәрйәм Әлтәп ҡыҙы сәскәләр үҫтерә ине. Шуға күрә уларға ҡарата һөйөү бала саҡтан килә. Орлоҡтарының күбеһен үҙем әҙерләйем, ҡайһыларын әхирәттәрем менән бүлешәбеҙ. Сәскәләр күңелемә шул саҡлы яҡын, улар тирә-яҡҡа йәм өҫтәй, эҫе көндө уларҙан хуш еҫ бөркөлә, гөлдәр менән тормош та күңеллерәк. Бигерәк тә кемгәлер бүләк итеп, ҡыуандырыу үҙе күпме шатлыҡ бирә. Юҡҡа ғына сәскәләр – ерҙә ожмах сатҡылары, тип әйтмәгәндәр бит,” – тип һөйләп үтте.
Ғаилә 10 баш һыйыр малы аҫрай, бар ихата һоҡланырлыҡ тәртиптә тотола.
Автор фотоһы.
Читайте нас: