Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 13:32

“УРМАН БУЛДЫРЫУ – МИНЕҢ ТӨП ЭШЕМ”

Урман хужалығы тармағындағы оҙайлы торғонлоҡтан һуң беҙҙең республикала һуңғы ваҡытта хәлдәр торошоноң яҡшырыуы күҙәтелә.

Урман хужалығы тармағындағы оҙайлы торғонлоҡтан һуң беҙҙең республикала һуңғы ваҡытта хәлдәр торошоноң яҡшырыуы күҙәтелә. “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты раҫланған. 2024 йылға тиклем проектҡа 2,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк, ошоноң 900 миллион һумы – федераль бюджеттан. Быйыл республика 163 миллион һум алды (Волга буйы федераль округында иң ҙур сумма).
Бөгөнгә республика буйынса 8,4 мең гектарҙа урман тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был йыллыҡ пландың 60 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта урмандарҙы яһалма тергеҙеү яҙғы осорҙа 94 процентҡа үтәлгән. Беҙҙең районда 100 гектарҙа ағастар ултыртылған.
Райондың урман хужалығы тармағында бөгөн үҙ һөнәренә бар күңелдәре менән бирелгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың береһе – “Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһының Ләүзә участка урман хужалығы участка начальнигы Зәҡиф Нурғәлиев.
Зәҡиф Фәрит улы сығышы менән Балтас районы Текән ауылынан. Бәләкәйҙән урманды һәм уның кейектәрен ярата. Үҫмер сағынан йүкә һәм имән ҡайырыһы, утын әҙерләүҙә ҡатнаша. Мәктәпте тамамлағас, урмансы булырға ныҡлы хәл итеп, Өфө урман-техника техникумының “Урман хужалығы” бүлексәһенә уҡырға инә. “Мине производство практикаһын үтеү өсөн Ләүзә лесничествоһына ебәрҙеләр. Коллективта бик яҡшы кешеләр эшләй ине. Бындағы урмандарҙың матурлығы, бай флораһы һәм фаунаһы хайран ҡалдырҙы. Шуға ла техникумдан һуң был яҡҡа эшкә йүнәлтмә алдым,” – тип бәйән итә хеҙмәт ветераны.
З. Нурғәлиев 1982 йылдан Ҡыйғы урман хужалығының Ләүзә участкаһы лесничийы вазифаһын биләй.
“Ул ваҡытта Ҡыйғы урман хужалығы директоры булып торған Биктимер Ситдиҡ улы Хәбибуллин беҙҙең изге һәм тәрән аҡыллы кәңәшсебеҙ, остазыбыҙ булды. Ул был тармаҡтағы бик күп нескәлектәр менән таныштырҙы, барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә, граждандарҙың мөрәжәғәттәренә яуап бирергә, намыҫлы һәм әҙәпле булырға, эште тейешенсә башҡарырға өйрәтте,” – тип иҫкә ала Зәҡиф Фәрит улы. Сосновка ауылы (бөгөн был ауыл юҡ инде) эргәһендәге 30-сы кварталдағы тәүге посадкаһын әле лә яҡшы хәтерләй ул. Урман хужалығы хеҙмәтсәндәре 15 көн дауамында ҡуна ятып эшләй.
Йыл һайын 250 гектарҙа ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙың йәш үрсетмәлектәре ултыртыла. Коллектив 13 урмансынан, 3 мастерҙан һәм 6 эшсенән тора. Улар өсөн һәр саҡ ниндәйҙер шөғөл табыла: аттар өсөн бесән, ҡайын миндектәре, меңәрләгән һепертке әҙерләйҙәр, дарыу үләндәре, емеш-еләк, урман культуралары орлоҡтарын йыялар. Көҙөн 5 тонна бәшмәк йыйып тоҙлау планы еткерелә, әҙер продукцияны Бөрө урман хужалығына тапшыралар.
Бөгөн Зәҡиф Фәрит улы урман тергеҙеүҙе үҙенең төп бурысы итеп һанай. Культуралар өсөн тупраҡты әҙерләү сифатына, орлоҡтарҙы әҙерләүгә, ултыртылған йәш ағастарҙы тәрбиәләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Урман эшсәндәре ҡайын орлоғон әҙерләгән, алда ылыҫлы ағастарҙың тубырсыҡтарын йыйыу һәм әҙерләү бурысы тора. Ҡыйғы участкаһы базаһындағы киптереү ҡорамалдары ремонтлана. Мейесте экономиялы режимға күсерәләр, ул утын менән йылытыласаҡ.
“Зәҡиф Фәрит улы үҙенә һәм башҡаларға бик талапсан кеше. Һәр эшкә бик яуаплы мөнәсәбәттә һәм үҙ срогында яҡшы сифат менән башҡара. Уға өҫтәмә эш йөкмәтелгән – урындағы үҙағасты эшкәртеү буйынса производство цехы начальнигы бурыстарын үтәй,” – тип һөйләй йәш коллегаһы, өлкән участка лесничийы Азат Камалов.
Зәҡиф Нурғәлив өсөн эше йәшәү рәүеше булып тора. Бөгөн ул урмандарҙы самалап файҙаланыу яҡлы. Ағас ҡырҡылған урындарҙа яңынан урмандар ҡалҡһын, урмандарҙа янғындар сыҡмаһын өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Планетабыҙҙың йәшел үпкәһе булған урман һәр саҡ шаулаһын, кейектәргә бай булһын һәм кешеләргә файҙа килтерһен өсөн тырыша ул.
Намыҫлы хеҙмәткәр бик күп наградаларға лайыҡ булған.
Автор фотоһы.
Читайте нас: