Бөгөн райондағы газ хеҙмәтенең әһәмиәтен баһалап бөтөү мөмкин түгел. Ҡулланыусыларҙың “зәңгәр яғыулыҡ” менән өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ тәьмин ителеше, өйҙәрҙәге йылылыҡ ошо хеҙмәт кешеләренән тора. “Өфө ҡалаһы Газпром газ бүлеп биреү” ААЙ-һының Мәсәғүт ауылындағы филиалы Ҡыйғы комплекслы газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лайыҡлы наградаларға лайыҡ булды.
Марат Тәлғәт улы Йосопов өлгәшкән юғары күрһәткестәре, газ тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Газпром газ бүлеп биреү” ААЙ-һы етәкселеге (Санкт-Петербург ҡалаһы) Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
М. Йосопов оҙаҡ йылдар ер аҫты газ торбаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау буйынса газ участкаһы мастеры булып эшләгән. 2011 йылдан алып авария-диспетчер хеҙмәте диспетчеры вазифаһын башҡара. Марат Тәлғәт улы – бик яуаплы һәм төплө белемле, эшһөйәр хеҙмәткәр. Ул заявкаларҙы ҡабул итә һәм тултыра, авария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә инструктаж уҙғара, аварияларҙы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса эште ойоштора.
Сергей Хәлил улы 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен тамамлағас, Өфө нефть техникумында техник-технолог һөнәрен үҙләштергән. Ике йыл Төньяҡ флотта (Североморск ҡалаһында) “Адмирал Левченко” карабында радиометрист булып хеҙмәт итә. “Газ-сервис” хеҙмәтендә 2001 йылда эш башлай. Тырыш һәм яуаплы егет яғыулыҡ-энергетика комплексын хеҙмәтләндереүгә бәйле бер нисә һөнәрҙе үҙләштерә. Ер аҫты торбаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса яуаплы слесарь һөнәрен үҙ итә. “Мин үҙемдең вазифамды ҡулланыусыларҙы “зәңгәр яғыулыҡ” менән хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеүсе ҡатмарлы механизмдың бәләкәй генә, әммә алмаштырғыһыҙ бер шөрөбө тип күҙ алдыма килтерәм. Бар газ хеҙмәтенең эшмәкәрлелеге беҙҙең иғтибарлылыҡҡа, теүәллелеккә, ваҡытында тейешле сара ҡабул итеү маһирлығына бәйле,” – тип һөйләй Сергей Хәлил улы.
Ер аҫты газ торбаларын дүрт кешенән торған бригада хеҙмәтләндерә, уға мастер Алексей Буров етәкселек итә. Ул: “Слесарь бик күп бурыстар башҡара, ул газ трассаһында конденсат йыйғыстарҙы ҡарай, тикшерә, алмаштыра. Бригада конденсат йыйғыстар торған урындарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрә, электрон приборҙар ярҙамында газ үткәргестәрҙең изоляция торошон тикшерә һәм газ сыҡҡан урындарҙы йүнәтә, крандарҙы майлау эштәрен башҡара. Шулай уҡ газ үткәргестәрҙең баҫымын тикшереү, уларҙы елләтеү һәм пар менән таҙартыу ҙа беҙҙең яуаплылыҡта. Халыҡ араһында газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен аңлатыу эшен алып барабыҙ. Бригада ағзалары был эште юғары оҫталыҡ менән һәм яуаплы башҡара, коллективта һәм халыҡ араһында тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙана,” – тип һөйләне.