Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2019, 13:32

Йәнә ике категория граждандарға ярҙам

Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса цифрлы телевидениеға күскәндә бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға ярҙам күрһәтелә.

Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса цифрлы телевидениеға күскәндә бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә бындай ярҙамды тағы ла ике категория граждандарға биреү тураһында ҡарар сығарылды.
Беренсе категорияға – ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәшәүсе пенсионерҙар, икенсеһенә насар ишетеүсе, телепрограммаларҙы субтитрҙар менән ҡараусы граждандар инә. Цифрлы сигнал зонаһына инеүселәр телевизорға приставка һатып алыуға 1 мең һумға тиклем аҡсалата компенсация аласаҡ.
БЕЛЕШМӘ
Цифрлы эфир телевизион тапшырыуҙары хеҙмәттәрен күрһәтеү зонаһы тураһында мәғлүмәт, телевизион һәм ҡабул итеү ҡорамалдарын көйләү – 8-800-220-20-02 (шылтыратыу бушлай, ялһыҙ, тәүлек әйләнәһенә), Рәсәй Телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең Башҡортостан Республикаһындағы филиалы.
  • БР бюджеты аҡсаһы иҫәбенә спутник телевизион ҡорамалдарын алыу һәм урынлаштырыу тәртибе тураһында мәғлүмәт – 8-800-347-00-55 (шылтыратыу бушлай, эш көндәрендә 9.00–18.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял 13.00–14.00 сәғәттәрҙә), БР Матбуғат агентлығы.
  • БР бюджеты аҡсаһы иҫәбенә цифрлы приставкалар һатып алыуға компенсация юллау тәртибе тураһында мәғлүмәт – (347) 282-40-35 (эш көндәрендә 9.00–18.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял 13.00–14.00 сәғәттәрҙә), БР-ҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
    Компенсацияға документтарҙы Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Цифрлы сигнал тотмаған зонаға инеүселәр “Спутниктелеком” АЙ-һы спутник тәрилкәләрен һатып ала. Урындағы власть органдары граждандарға заявкалар тултырыуҙа һәм документтар йыйыуҙа ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта дәүләт иҫәбенә 5,4 мең тәрилкә ҡуйылған. Тағы ла 1600 кеше цифрлы телепристивкалар өсөн компенсация алған.
    Дәүләт ярҙамына иҫәп тотоусы республика халҡы ошо йылдың 29 ноябренә тиклем ғариза бирә ала.
    Читайте нас: