Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь 2019, 13:22

ЗАКОНҺЫҘ СҮП ӨЙӨМДӘРЕ ӨСӨН ЯУАПЛЫЛЫҠ

Тәртипһеҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәре – глобаль экологик проблема.

Тәртипһеҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәре – глобаль экологик проблема. Улар тирә-яҡ мөхиттең торошон насарайта һәм ҡатмарлы сирҙәр барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булып тора. Йәмғиәт тормошо шарттарын яҡшыртыу – һәр граждандың бурысы. Шул сәбәпле, дәүләт органдары тарафынан был өлкә етди контроль аҫтында.
Шәхес йә иһә кешеләр төркөмө тарафынан булдырылған законһыҙ сүп өйөмдәре өсөн яуаплылыҡ Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.2 статьяһында ҡаралған. Унда яҙылыуынса, физик берәмек дәүләт файҙаһына 1 меңдән 2 мең һумға тиклем, вазифалы шәхес – 30 мең һумға саҡлы, шәхси предприятие – 50 мең һумға саҡлы, юридик берәмек 250 мең һумға саҡлы түләргә тейеш (йә иһә эшмәкәрлеге 90 көнгә тиклем туҡтатыла).
Бынан тыш, сүпте сығарып түгеү өсөн яуаплылыҡ ошо хоҡуҡ боҙоуҙың ҡайҙа ҡылыныуына бәйле. Мәҫәлән, әгәр ҙә төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарып түккән өсөн административ статья буйынса шәхси берәмеккә өс мең һум аҡсаһын сығарып һалырға тура килһә, фирма өсөн был сумма 100 мең һумға етәсәк. Тәҙрәнән һәм урманда сүп түккән өсөн 5 мең һумға тиклем, ә автомобиль тәҙрәһенән ырғытҡан осраҡта 3 мең һумға тиклем аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, законды боҙған кеше урман территорияһын төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнергә бурыслы. Утиль ҡалдығын законһыҙ сығарып түгеү тағы ла етдиерәк санкцияларға килтерергә мөмкин. Хөкөм кодексының 247-се статьяһы буйынса айырым ҡаты боҙоуҙар (мәҫәлән, ағыулы ҡалдыҡтарҙы сығарып ташлау) өсөн 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған, әгәр ҙә енәйәти эш-ҡылыҡ һөҙөмтәһендә хайуандар донъяһына, йәки тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелһә, иректән мәхрүм итеү срогы 5 йылға тиклем оҙайтылырға мөмкин.


Э. Ханова,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлегенең административ закондар үтәлеше өлкән инспекторы
.
Читайте нас: