Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2019, 12:53

“БЕҘҘЕ ҺӨҘӨМТӘЛЕ ХЕҘМӘТТӘШЛЕК КӨТӘ”

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөлдө.

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөлдө. Әһәмиәтле докуметҡа ҡул ҡуйыу өсөн мәктәпкә институттың начальнигы, юридик фәндәр кандидаты, полиция полковнигы Алексей Ханахмедов етәкселегендәге ҙур делегация килде.
Тантана район хакимиәте, мәғариф бүлеге вәкилдәре, мәктәптең кадет кластарында һәм сығарылыш класында уҡыусылар, ата-әсәләр, институт курсанттары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында үтте.
“Ике белем биреү учреждениеһының хеҙмәттәшлеге хаҡында документ Башҡортостан Башлығы Р. Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Беҙҙең районға эш сәфәре ваҡытында Радий Фәрит улы мәктәптең кадет класында уҡыусыларға иғтибар итте һәм кадеттар хәрәкәтен үҫтереүҙе хупланы. Хәҙер беҙҙең Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусылары һәм курсанттары йөҙөндә шефтарыбыҙ барлыҡҡа килде. Бындай хеҙмәттәшлек беҙҙең уҡыусыларға яңы мөмкинлектәргә юл асырға ярҙам итеүсе дуҫтарыбыҙҙы арттыра. Өҫтәүенә, бының “2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһы”нда ҡаралған, беҙҙең мәктәп базаһында республиканың төньяҡ-көнсығышы өсөн кадеттар корпусы булдырыу проектын тормошҡа ашырыуға беренсе аҙым булып тороуы мөмкин,” – тип һөйләне 2-се урта мәктәп директоры Фәнил Сафин.
Үҙенең тантаналы сығышында Алексей Ханахмедов яңы хеҙмәттәшлек башланыуына шат булыуын һәм уның һөҙөмтәлелегенә өмөтләнеүен билдәләп китте. “Яңы документ уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүҙең, уларҙың киләсәктә юғары уҡыу йортона инеү өсөн талап ителгән белем кимәлен үҙләштереүенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Бергә башҡарыласаҡ сараларҙың планы төҙөлгән, улар мәктәп стеналарында ла, беҙҙең уҡыу йортонда ла уҙғарыласаҡ. Беҙҙе алда һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек көтә,” – тине.
Был көндө мәктәптә яңы Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының күсмә “Асыҡ ишектәр көнө” үтте.
Балаларға бигерәк тә институт музейының күсмә экспозициялары оҡшаны. Уҡыу йорто курсанттары үҙҙәренең тормошо хаҡында һөйләне, концерт ҡуйҙы, ҡул һуғышы алымдарын күрһәтте.


С. Исмәғилева. Автор фотоһы. А, Ханахмедов менән Ф. Сафин Килешеүгә ҡул ҡуя.
Читайте нас: