Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2019, 13:09

Электрон хеҙмәт кенәгәләре тураһында закон проекты

Аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителһә, закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк һәм, эксперттар баһалауынса, 60 миллионлап гражданға, 8,4 миллионлап хужалыҡ итеүсе субъектҡа ҡағыласаҡ.

Аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителһә, закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк һәм, эксперттар баһалауынса, 60 миллионлап гражданға, 8,4 миллионлап хужалыҡ итеүсе субъектҡа ҡағыласаҡ.
Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәләрен индереү тураһында закон проекты Дәүләт Думаһы тарафынан тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Хөкүмәт документты түбәнге палатаға 2019 йылдың июлендә индергәйне. Закон проектына ярашлы, электрон хеҙмәт кенәгәһендә хеҙмәткәр башҡарған эш, уның вазифаһы, башҡа даими эшкә күсеүе, эштән сығыуы, шулай уҡ хеҙмәт килешеүе туҡтатылыуы нигеҙҙәре тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Эш биреүсе ай һайын был белешмәләрҙе РФ Пенсия фонды системаһына тапшырасаҡ.
Инициатива авторҙары фекеренсә, закон проектының ҡабул ителеүе хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында белешмәләрҙең яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, был яңылыҡ эшкә урынлашыу процедураһын ябайлаштырасаҡ, шулай уҡ эш биреүсенең һәм хеҙмәткәрҙең сығымдарын кәметәсәк.
Әгәр закон ҡабул ителһә, ул 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк һәм, эксперттар баһалауынса, 60 миллионлап гражданға, 8,4 миллионлап хужалыҡ итеүсе субъектҡа ҡағыласаҡ. Традицион ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе файҙаһына электрон кенәгәнән баш тартыу тураһында ғаризаны хеҙмәткәр 2020 йыл дауамында бирә аласаҡ. Ә 2021 йылдан башлап тәүге тапҡыр эшкә инеүселәргә ни бары электрон кенәгәләр генә тултырыласаҡ.
Алдан был закон проекты социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия һәм профиль комитеты тарафынан хупланды.
Читайте нас: