Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2019, 18:42

Республикабыҙҙан 21 бала тәрбиәләгән ғаилә Волга буйы федераль округы конкурсы призеры булды

Башҡортостандың Благовещен ҡалаһында йәшәгән Вәлиевтар-Вервельскийҙар ғаиләһендә — 21 бала, 18-е тәрбиәгә алынған. Ирина Александровна һәм Вәхит Рәүил улы балалары менән бергә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсы призерҙары булды.

Башҡортостандың Благовещен ҡалаһында йәшәгән Вәлиевтар-Вервельскийҙар ғаиләһендә — 21 бала, 18-е тәрбиәгә алынған. Ирина Александровна һәм Вәхит Рәүил улы балалары менән бергә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсы призерҙары булды. Улар «Ғаилә эше» номинацияһында награда алды.
«Беҙ балаларҙың бөтәһенә бер тигеҙ ҡарайбыҙ, — ти Ирина Вервельская. — Ата-әсә улар хаҡында хәстәрлек күрһә, яратһа, аңлаһа һәм тормош ауырлыҡтарын кисермәһен өсөн барыһын да эшләһә, балалар бәхетле була. Балаларҙың һөйөүен, иғтибарын һәм күңел йылылығын тойған ата-әсә икеләтә бәхетле».
Саранскиҙа үткән конкурс ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға һәм балалар йорттарына булышлыҡ итеү буйынса «Бала саҡты кире ҡайтарыу» округ фестивален япты.
Читайте нас: