Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2019, 12:59

ЮЛДАР ТОРОШО – КОНТРОЛЬ АҪТЫНДА

Ошо көндәрҙә беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов килде.

Ошо көндәрҙә беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов килде. Район буйынса уны район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов оҙатып йөрөнө.
Т. Мөхәмәтйәнов Үрге Ҡыйғы ауылының яңы микрорайондарына ҡырсынташ һалыу барышын тикшерҙе, Туғыҙлы – Арыҫлан, Арыҫлан – Ҡолбаҡ юлы торошона иғтибар йүнәлтте. Сәфәр барышында Арыҫлан – Ҡолбаҡ автомобиль юлындағы Шиҙәле йылғаһы аша һалынған күпер ҙә ҡаралды. Ул авария хәлендә һанала. 2019–2020 йылдарҙа яңы күпер төҙөүҙе финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Эш сәфәре барышында шулай уҡ райондың юл инфраструктураһына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү, атап әйткәндә, киләсәктә Үрге Ҡыйғы – Ибрай – Йүкәлекүл автомобиль юлын этаплап асфальтлау тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Юлдар һалғанда урындағы материалдарҙы файҙаланыуға айырым иғтибар йүнәлтелде.
Читайте нас: