Өфө ҡалаһында үткән “Башҡорт балы” фестивалендә беҙҙең райондан Сағир ауылында йәшәүсе Зәйнетдиновтар ғаиләһе ҡатнашты.
Бер туғандар Зиннур һәм Илдар фестивалгә, ҡупшы һауыттарға һалып, сәскә һәм йүкә балын, күп төрлө умартасылыҡ продукцияһын алып барҙы. Зиннур Искәндәр улы бындай форумда тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай, уның күптәнге һатып алыусылары Ҡыйғы балының сифатын яҡшы белә һәм беҙҙең яҡтың баллы үләнгә бай яландарынан йыйылған продукцияның үҙенә генә хас тәмен ярата.
Зәйнетдиновтар – бишенсе быуын умартасылар. Улар умарталыҡтарына нигеҙ һалған ҡарт олаталары Ислам Байрамғол улының иҫтәлегенә тоғро, тап ул бал ҡортона булған һөйөүен улы Искәндәргә тапшырған һәм был һөнәрҙең серҙәренә өйрәткән. Улы әле лә уның эшен дауам итә. Уның оҫталығын балалары, ейәндәре ҡабул иткән. Улар 100 баштан артыҡ умарта тота, етештергән продукцияны Ҡурған, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә лә сығарып һаталар.
Был хуш еҫле фестивалде асып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов: “Умартасыларҙың етештергән тауарҙарын, үҙҙәре фестивалгә килеп, тәҡдим итеүе ҡала халҡы өсөн бик отошло. Улар республикабыҙҙың даны булған тәбиғи һәм тәмле балды тәҡдим итә. Был сара республикала үткәрелгән “Һөт иле” фестивале кеүек йолаға ингән байрам булып торорға тейеш,” – тине.
Сара барышында умартасылыҡ буйынса әйҙәүсе белгестәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, умартасылар аралашып, үҙ эштәренең нескәлектәре, серҙәре менән бүлеште. Республиканың “БашИнком” компанияһы “Суперэкологик умартасылыҡ” исеме аҫтында уникаль биотехнологик препараттар менән таныштырҙы.
Һатыуға ҡуйылған продукцияның сифатын асыҡлау буйынса ике республика күсмә ветеринария лабораторияһы эшләне.
Фестивалдең еңеүселәрен һәм призерҙарын дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм Өфө ҡалаһында 2021 йылда үтәсәк “Апимондия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыуға хоҡуҡ биреүсе сертификаттар менән бүләкләнеләр.
Зиннур һәм Илдар Зәйнетдиновтар Республика апитерапия үҙәгенең махсус призына лайыҡ булды.
Зиннур Искәндәр улы: “Мин бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыуыма шатмын, башҡа умартасыларҙан күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы кәңәштәр алдым. Миңә был фестивалдә ҡатнашырға ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм,” – тине.