Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2019, 12:24

КӘРӘСИН ЛАМПАҺЫ

Минсафа өләсәйемдең (атайымдың әсәһенең): “Беҙ бәләкәй саҡта атайымдар кистәрен сыра яҡтыһында быйма баҫа, тире иләй ине,” ...

Минсафа өләсәйемдең (атайымдың әсәһенең): “Беҙ бәләкәй саҡта атайымдар кистәрен сыра яҡтыһында быйма баҫа, тире иләй ине,” – тип әйткәндәре әле лә иҫемдә. Беҙ, йәштәр, йәшәгән замандар ҙа ул дәүерҙән яҡшы булманы шул…
2017 йылдың йәйендә райондың электр селтәрҙәре эшселәре беҙ йәшәгән Үрге Ҡыйғы ауылының Ленин урамындағы өйҙәрҙә электр иҫәбен алыу йыһаздарын алмаштырып йөрөнө. Билдәле инде, эшләгәндә хәүефлелек килеп тыумаһын өсөн, утты өҙәләр ине. Ошондай мәлдәрҙең береһе мине күптән артта ҡалған йәш үҫмер көндәремә “алып ҡайтты” ла инде. 40-сы, 50-се йылдар оноталаһы юҡ – аслыҡ, яланғаслыҡ, ҡараңғылыҡ булды. Етмәһә, электр ҙа ул ваҡытта булманы. Кис булдымы, ауылыбыҙ ҡараңғылыҡҡа сума. Өйҙәрҙә ҡараңғылыҡтан ҡотолоуҙың берҙән-бер сығанағы – кәрәсин лампаһы булды. Кемдә лампы бар – ул бәхетле кеше, донъяны алып барыуы уға еңелгә төшә ине. Ул заманда кәрәсин лампаһы йәмғиәтте алға табан этәргестәрҙең иң яҡшы, иң алдынғы техник ысулы булып торҙо. Ошо уҡ ваҡытта ул ил тарихының бөтмәҫ ҡайғыһы, хәйерселектең шаһиты ла ине. Лампа ҙур булмаған һауыт, эсенә бер литр самаһы кәрәсин һалына, һырлы боғаҙына, быяла ҡыуыҡты ҡуйыр өсөн, махсус прибор боролоп ҡуйыла. “Ҡыуыҡ” тигәнде халыҡ телендә “лампа торбаһы” тип тә йөрөтәләр ине. Ҡыуыҡты, быяланан булғас, бик ныҡ һаҡлыҡ менән ҡоромдан таҙартырға кәрәк, йүғиһә ватылыуы ихтимал. Ошолар менән бергә, иң кәрәкле нәмәһе тип әйтһәк тә ярай, ул – лампының филтәһе. Үҙәктә киң генә таҫма итеп ҡуйыла ла, осона ут тоҡандырыла. Әйткәндәй, лампы бер ҡарауға ябай ғына нәмә булһа ла, кәрәклеге менән башҡаға биргеһеҙ ине.
Ул заманда Үрге Ҡыйғыла ҙур булмаған электр станцияһы бар ине. Ҡыйғы йылғаһы өҫтөндә һуғышҡа ҡәҙәр, 1939 йылдарҙа, ҡоролған була ул. Уның тураһында хеҙмәт ветераны Миңлеханова Миңһылыу апай бына шуларҙы һөйләне: “Станцияны төҙөүҙә барлыҡ ауыл халҡы, “Уңыш” колхозы колхозсылары (был колхоздың рәйесе – минең атайым Ғиззәтуллин Вәлиулла ине) һәм Ленин исемендәге, “Яңы батыр” колхоздары колхозсылары көстәрен ҡыҙғанмайынса эшләне. Бистаркаларға һәм башҡа төр йөк арбаларына егелгән аттар менән станцияның дамбаһын күтәреү өсөн ҡара ер, ҡырсын таш ташыны. Район етәкселәре ярҙамы менән Ленинградтың, “Красный пролетарий” заводынан станцияның турбинаһын килтереп, ҡорғандар. Әммә, был станция үҙ ғүмерендә ауылды тәүлек әйләнәһенә электр уты менән тәьмин итә алманы, ул ни барыһы киске сәғәт 11-ҙәр тирәһенә тиклем генә ут бирҙе,” – ти Минһылыу апай (уға әле 85 йәш).
Бына ни өсөн кәрәсин лампаһы үҙ ваҡытында ауыл халҡына күҙ ҡараһылай кәрәкле әйбер ине. Кәрәсинде район йәмғиәте Сулея станцияһынан алып ҡайтып һата ине. “Кәрәсин көндәрендә” (кәрәсин мотлаҡ билгеле көндәрҙә генә килтерелә) уны һатып алыусыларҙан оҙон сират теҙелә. Килгән кешеләрҙең ҡулындағы һауытҡа ҡарап, ул кешенең аҡса хәлен дә белеп була ине: олораҡ бидон икән – күренеп тора, аҡсаһы күп. Ҡайһы бер көндө кем өсөндөр күңелһеҙ хәлдәр ҙә килеп сығар ине. “Бөгөн кәрәсин аҙ ҡайтты, һәр ҡулға ошо ҡәҙәр генә бирәм”, – ти кәрәсин һатыусы. Кәрәсин етмәгәндәрҙең күҙ йәштәре менән ҡайтып китеүҙәре лә аяныс була торған ине. Кәрәсингә ҡытлыҡ кистәрендә теләйһеңме-теләмәйһеңме, өйҙө ыҫ менән тултырһа ла, сыра яндырырға тура килде.
Лампа үҙенә күрә төрлө исемдә йөрөтөлдө: “бишле лампы”, “етеле”, “туғыҙлы”, “унлы” тип. Кисен, ҡараңғы төшкәс, урам буйлап үтһәң, өй тәҙрәләренән юлға төшкән яҡтылыҡҡа ҡарап, кемдәрҙең етеле, кемдәрҙең унлы ҡыуыҡлы кәрсин лампалары ҡабыҙғанын күреп булыр ине. Ә ҡыуыҡһыҙ һуҡыр лампалы өйҙәрҙән яҡтылыҡ беленер-беленмәҫ кенә төшөр ине (ҡыуыҡһыҙ ғына ҡабыҙылған лампы – “һуҡыр лампы” тип атала). Билгеле инде, һуҡыр лампаны аҡса булмағанлыҡтан ҡабыҙырға тура килә.
Һуңыраҡ, 1950 йыл аҙаҡтарында, кәрәсин еткелек килә башлағас, ауыл халҡының хәле бар аҙға еңеләйә төштө. Ҡайһы бер өйҙәрҙә йәштәр “аулаҡ өй” ҡороп, күңел аса башланы. Йортарҙа “Шахта фонары” тигән фонарҙар, “кәрәсинкә”, “керогаз”дар күренә башланы.
Ошо кәрсин менән үткән тормошто бөгөнгө етешле тормош менән сағыштырып ҡараһаң, бөгөн беҙ бөтөнләйгә башҡаса тормошта йәшәйбеҙ икән тип, ҡыуанаһы ҡала. Беҙ бәләкәй саҡта йәшәгән ҡарт кешеләр бегөнгө донъяны күрһәләр әгәр, уны танымаҫтар ине, моғайын. Матур йәшәйбеҙ! Матур йәшәр өсөн, беҙ – “һуғыш балалары” , атай-олатайҙарыбыҙ һуғышта, әсәй-апайҙарыбыҙ колхоз эштәрендә ҡырыҫ замандарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ елкәләребеҙҙә күтәреп, аяуһыҙ эшләнек бит. Ә кәрәсин лампаһы, тик ошо донъяның шаһиты булып, тарих музейында күркәм урында торорға хаҡлы.
Азат Һаҙыев,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: