Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2019, 12:29

Тыныслык дәресе

Арыҫлан ауылы китапханаһында урындағы мәктәптең 5-се класс уҡыусылары өсөн (уҡытыусы М.С. йомағужина) “тыныслыҡ көнө – тотош ерҙең байрамы” исеме аҫтында тыныслыҡ дәресе үтте.

Арыҫлан ауылы китапханаһында урындағы мәктәптең 5-се класс уҡыусылары өсөн (уҡытыусы М.С. йомағужина) “тыныслыҡ көнө – тотош ерҙең байрамы” исеме аҫтында тыныслыҡ дәресе үтте. Балалар 21 сентябрҙә Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө билдәләнеүе тураһында белде.
Ойоштороусылар балаларға тыныслыҡтың әһәмиәте хаҡында аңлатырға тырышты. Сөнки үҙеңде бәхетле тойор өсөн, тәү сиратта тыныс күк йөҙө, тыныс тормош талап ителә. Балалар дәрестә ҙур әүҙемлек күрһәтте: “тыныслыҡ” төшөнсәһен нисек аңлауҙары тураһында һөйләне, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында балаларҙың ниндәй хәлдә ҡалыуы тураһында фекер алышты. китапханасы уларҙы япон ҡыҙы Сасаки Садако, аҠш-тан Саманта Смит, рус ҡыҙы таня Савичеваның яҙмыштары менән таныштырҙы. Бик ҡыҫҡа ғүмер юлы үтһәләр ҙә, уларҙың яҙмыштары бөгөн дә бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Сараның икенсе өлөшөндә балалар оригами техникаһы буйынса ҡағыҙ торналар – бәхет һәм уңыш символдарын яһаны.
З. Сәләхова, ауыл китапханасыһы.

Читайте нас: