С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург ҡалаһы) тамамлаған яҡташыбыҙ, подполковник Венер Ғайсин Рәсәй Федерацияһы оборона министры С. Шойгуның бойороғо менән Көнбайыш хәрби округы 34-се ҡатнаш диңгеҙ авиация Балтиҡ флоты идаралығы медицина хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләнгән.
Венер Таһир улы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән, 1-се урта мәктәпте тамамлаған, Һамар хәрби-медицина институтында белем алған. Хеҙмәтен Свердловск өлкәһендә башлай, һуңынан Түбәнге Новгородҡа күсерелә. Артабан Кировта хеҙмәт итә. Дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Юғары вазифаға тәғәйенләнгәнсе, Венер табиптан алып ракета дивизияһы медицина хеҙмәте начальнигынаса хеҙмәт юлы үткән.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уға артабанғы уңыштар теләйбеҙ.