Ҡыйғы районында янғын хәүефһеҙлеге айлығы үтте. Уның сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль янғындан һаҡлау хеҙмәтенең 28-се отряды” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы 82-се янғын һүндереү часы халыҡ күп йөрөгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һәм эвакуация саралары буйынса лекциялар, инструктаждар үткәрҙе. Дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә балаларҙы тәрбиәләү ойошмаларына айырым иғтибар бүленде.
Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се урта мәктәбендә район мәктәптәре һәм балалар баҡсалары етәкселәре өсөн уҡыу-күнекмә үткәрелде. Көтөлмәгән хәлдәр ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре эвакуация юлдарының торошон, янғын хаҡында хәбәр итеү системаһының эшен тикшерҙе. Халыҡты бинанан эвакуациялау өсөн яуаплы кешеләрҙең эш итеү алгоритымы ҡаралды. Артабан эвакуация саралары үткәрелде. Тревога сигналы буйынса уҡыусылар берҙәм рәүештә бүлмәләрҙән сығып, хәүефһеҙ урынға, мәктәптең асыҡ территорияһына теҙелде. Бинаның икенсе ҡатынан запас ҡотҡарыу ҡорамалдары ярҙамында зыян күреүсене эвакуацияланылар. Балалар янғын һүндереү машиналарының эше менән танышты.
Р. Мөхәмәтова. Фотола уҡыу күнекмәһе бара.