Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 14:20

КИЛӘСӘК ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН – АУЫЛ МӘКТӘПТӘРЕНӘ

Райондың ике белем биреү учреждениеһында: Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбендә һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбендә 24 сентябрҙә башҡа төбәктәр менән бер үк ваҡытта “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилдәге мәғариф үҙәктәре асылды.

Райондың ике белем биреү учреждениеһында: Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбендә һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбендә 24 сентябрҙә башҡа төбәктәр менән бер үк ваҡытта “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилдәге мәғариф үҙәктәре асылды. Уҡыусыларҙы был ваҡиға уңайынан район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев, мәктәп директорҙары ҡотланы.

Шахматтар, видеокамералар, квадрокоптерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, 3D- принтерҙар – былар барыһы ла яңы үҙәктәрҙең айырылғыһыҙ атрибуттары, уларҙың биҙәлеше лә бер үк төрлө. Бер үк брендинг, логитиптар, бер үк төҫтәр (һоро, аҡ, ҡара һәм ҡыҙыл) – былар федераль кимәлдә раҫланған һәм кабинеттарҙы, проект зоналарын әҙерләгәндә төп талаптар булып торған. “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенә 4 пункт инә: “Технология”, “Информатика”, “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” кабинеттары һәм өс зона – шахмат, медиа, коворкинг (берлектәге эшмәкәрлек) өсөн проект майҙансығы.

канцелярия бысаҡтары, бысҡылар һ.б.) урын алған. Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡтарға үҙ технологик күнекмәләрен күрһәтергә өлгөрҙө.

Уҡытыусылар әйтеүенсә, яҡын арала квадрокоптерҙар, 3D-принтерҙар килтереләсәк, мәктәптәргә робототехника өсөн конструкторҙар ҡайтарылған.

“Информатика” бүлмәһе өсөн заманса компьютерҙар килтерелеүе көтөлә. Гуманитар фәндәргә килгәндә, улар өс өҫтәмә майҙансыҡта үҫтереләсәк. Шахмат өҫтәлдәре, йыйылмалары, сәғәттәр ҡуйылған; медиазоналарҙа фотоаппараттар һәм видеокамералар бар. Берлектәге эш (коворкинг) өсөн дизайнер өҫтәлдәре, ултырғыстар ҡуйып сығылған.

Район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев әйтеүенсә, был проект балаларҙа цифрлы, технологик һәм гуманитар белем- күнекмәләрҙе үҫтереүгә үнәлтелгән. Заманса яңы мәғариф программалары булдырылған. Шулай уҡ өҫтәмә белем биреү ойошторолған, балалар ижад, проект эшмәкәрлеге, шахмат уйыны менән шөғөлләнә ала. Шул уҡ ваҡытта традицион белем биреүҙән бер кем дә баш тартмай.

Уҡыу планында шул уҡ темалар ҡаласаҡ. Мәҫәлән, технология дәресендә ҡыҙҙар тегергә йә иһә аш-һыу бешерергә, ә Илдең ауылдарында һәм кесе ҡалаларында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен булдырыу “Мәғариф” милли проектына ингән “Заманса мәктәп” федераль проектында ҡаралған. Планлаштырылыуынса, 2024 йылғаса Рәсәй белем биреү системаһының глобаль конкуренцияға һәләтлелеге тәьмин ителәсәк, Рәсәй дөйөм белем биреү сифаты буйынса 10 әйҙәүсе ил иҫәбенә инәсәк.

Әгәр бөгөнгә тиклем иң алдынғы ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар ғына ошондай шарттарҙа белем алыуҙары менән маҡтана алһа, хәҙер инде киләсәк технологиялары ауыл мәктәптәрендә лә урын ала. Бер “Үҫеш нөктәһе”н булдырыуға 1,6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәне өсөн тренажер- манекендар, яраларҙы һәм зыян күреүҙәрҙе имитациялаусы яйланмалар, аяҡ-ҡулдар өсөн шиндар, дарыуҙар һ.б. һатып алынған. Улар ярҙамында балалар тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк.

“Технология” кабинетында төрлө аппараттар һәм ҡоралдар (дрель, лобзик, малайҙар ағас эшкәртергә генә өйрәнмәйәсәк, ә 3D-моделирование, квадрокоптерҙар менән эшләү нескәлектәрен дә үҙләштерәсәк.

Быларҙың барыһы ла тәү сиратта педагогтарҙан һөнәри үҫеш талап итә. 7 педагогия хеҙмәткәре on-line платформала “Проект эшмәкәрлегенең һығылмалы компетенциялары” курсы буйынса дистанцион уҡыған, 2 технология уҡытыусыһы Екатеринбург ҡалаһында “Кванториум” технопаркы базаһында уҡып ҡайтҡан.


С. Исмәғилева.

Автор фотоһы.
Читайте нас: