Был фильм башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған. Быйыл башҡорт халҡының легендар улы Салауаттың Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы Емельян Пугачев менән 1774 йылдың июнендә Ҡыйғы ерендә осрашыуына 245 йыл тулды.
Тыуған яҡ тарихына битараф булмағандарҙы, уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыу- сыларҙы 28 сентябрҙә район мәҙәниәт йортона саҡырабыҙ. Сеанстар 10.00, 12.00 сәғәттәрҙә башланасаҡ.