Районыбыҙҙың ауылдары ныҡлы ғаиләләргә ифрат бай. Тырыш, эшсән, күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән яҡташтарыбыҙҙың һәм киләһе быуындарҙың матур киләсәге өсөн тырышлыҡ һалған. Мөфлихуновтар ғаиләһе – шундайҙарҙың береһе.
Фәниә Вәли ҡыҙы һәм Дамир Абдрахман улы (һүрәттә) – “һуғыш йылы балалары”. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән икеһенең дә атаһы, башҡа ир-егеттәр кеүек, фронтҡа китә. Дамир ағайҙың атаһы ҡаты һуғыш йылдары башында хәбәрһеҙ юғала, Фәниә апайҙың атаһы ауыр яраларҙан һуң, ҡаны ағыуланып ҡайтып йығыла һәм бер аҙҙан үлеп ҡала. ”Беренсе класҡа уҡырға сабата кейеп барғаным хәтеремдә. Ул йылдарҙа беҙгә, үҫмер балаларға, аслыҡты кисереү бигерәк тә ҡыйынға тура килә ине”, – тип хәтерләй Фәниә Вәли ҡыҙы күҙ йәштәре аша. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, ул 8-се класты уҡып бөтә, Дамир Абдрахман улына иһә 12– 13 йәшенән ололар менән бер рәттән колхоз эшенә егелергә тура килә. Бәләкәй саҡтан комбайнсы булып эшләй, әммә аяғын имгәтә. Артабан уға умартасы булып та, келәт мөдире булып та, ағас киҫеү эшендә лә эшләргә тура килә. Һуңынан аяғы имгәнгән булыуға ҡарамай, оҙаҡ йылдар тракторсы була. Әле лә бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем, әллә нисә километрға һуҙылған Ленин колхозы баҫыуҙарын һөргәнде, эшкәрткәнде, ашлыҡ сәскәнде яҡшы хәтерләй. Тормош иптәше почтала эшләй, унда ла эш еңелдәрҙән булмай. Ул йылдарҙағы ҡосаҡ-ҡосаҡ журнал-гәзиттәрҙе өйҙән-өйгә йөрөтөп таратыу бик еңелдән булмай. Һуңғы йылдарын ветстанцияла эшләп хаҡлы ялға сыға. Мөфлихуновтарҙың хеҙмәт стажы һоҡландыра: Дамир ағай – 52 йыл, Фәниә апай 45 йыл эшләгән. Улар икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған.
Уларға оҙон тормош юлында әсеһен-сөсөһөн дә, шатлыҡтарын да, әрнеү-юғалтыуҙарын да күп татырға тура килгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, артабан дүрт ейәндәрен дә үҫтерергә яҙа уларға. “Әсәйемдең иң төп һыҙаты – ул изгелек. Уның йөрәге беҙҙең һәр беребеҙ өсөн дә берҙәй һыҙлай. Ул барыһына ла ярҙам итә, аҡыллы кәңәш бирә, ауыр саҡта беҙҙе йыуата,” – тип һөйләй ҡыҙы Алһыу. Яңыраҡ ҙур һәм татыу ғаилә күмәкләп Фәниә Вәли ҡыҙының 80 йәшлек юбилейын һәм Дамир Абдрахман улының 84 йәшен билдәләгән. Уларҙы ҡотларға балалары, 6 ейәне, 4 ейәнсәре, 9 бүләһе йыйылған.
Бөгөн ветерандар балалары ярҙамы менән бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған күркәм йортта йәшәй, балалары һәр яҡлап ярҙам итә. Әле улар хаҡында улы Данил менән ейәндәре Илназ хәстәрлек күрә. Шулай уҡ ҡыҙҙары Гөлнара, Ғәлиә, Алһыу ҙа һәр саҡ килеп, ярҙам итеп тора. Хужалыҡ, йорт эштәрен балалары күмәкләп башҡара. “Тормошобоҙ матур беҙҙең, бар нәмәбеҙ ҙә бар, хөкүмәт тә ҡайғырта, тик һаулыҡ ҡына һуңғы йылдарҙа етеңкерәмәй,” – ти был күркәм ғаилә ағзалары.