Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:04

“Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла”

Рәйсә Зыя ҡыҙы һәм Рөстәм Ғабдулла улы Ғатауллиндар (һүрәттә) – педагогия хеҙмәте ветерандары.

Рәйсә Зыя ҡыҙы һәм Рөстәм Ғабдулла улы Ғатауллиндар (һүрәттә) – педагогия хеҙмәте ветерандары. Әле яңы ғына балаларға белем һәм тәрбиә биреү ниәте менән мәктәптә эш башлағайнылар һымаҡ. Ошо ваҡыттан алып бер нисә тиҫтә йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған.
Ауылдың хөрмәтле ветерандары бик күп йәш ғаиләләргә өлгө булып тора. Улар әле лә ыҫпай, көс-ғәйрәтле, һиҙгер күңелле, бер-береһенә иғтибарлы. Ғатауллиндарҙың күркәм йорто гөл-сәскәгә күмелгән. Бында ниндәй төр һәм ниндәй сорт сәскәләр үҫеүен һанап бөтөрлөк тә түгел. Ветерандарҙың өлгөлө шәхси хужалығын күреп, уларҙың ни тиклем эшһөйәр һәм тормошто яратыусан булыуына таң ҡалаһың. Тынғы белмәҫ пар хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Йорт эргәһендәге баҡсала биш сорт алма, беҙҙең яҡтың һалҡын климаты тураһында барлыҡ дәлилдәрҙе кире ҡағып, ике сорт виноград үҫә һәм емеш бирә. Ғаилә башлығы участкала эшләргә ярата, быйыл яҙ һынау сифатында картуфты өс ысул менән ултыртып ҡараған һәм мул уңыш йыйып алған. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бик йыш ҡунаҡҡа килә, олатай менән өләсәй улар өсөн төрлө ҡайнатмалар, аш-һыу хәстәрләргә ярата.
Ғатауллиндар ғаиләһе, ныҡлы ғаилә ҡорғандары һәм яҡшы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн, 2019 йылда район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Ә уларҙың ғаилә тормошо ярты быуат элек башлана. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән диңгеҙсе тыуған яҡтарына ҡайта. Йүкәлекүл ауылында тыуып үҫкән йәш ҡыҙ Рәйсә был ваҡытта Вәҡиер ауылында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән була. Йәштәр бер-береһен тәү ҡараштан үҙ итеп, күп тә үтмәй өйләнешәләр. Икеһе лә мәктәптә эшләй, үҙ балалары донъяға килә. Ошолай һиҙелмәй ҙә йылдар уҙа. Ғатауллиндар һәр саҡ эшһөйәрлектәре, хеҙмәткә яуаплы мөнәсәбәттәре, балаларҙы яратыуҙары менән айырылып тора. Рөстәм Ғабдулла улы 25 йыл Вәҡиер мәктәбенә етәкселек итә.
Улар үҙ тәжрибәләрен йәш коллегаларына һәм балаларына өләшкән. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Ирина Рөстәм ҡыҙы – Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе психологы. Ғаиләнең дөйөм педагогия стажы 150 йылдан ашыу. Кесе ҡыҙҙары Зинира медицина юлын һайлаған, табип-терапевт һөнәрен үҙләштереп, бөгөн Өфө ҡалаһы дауаханаһы бүлексәһен етәкләй.
Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙәге тынғыһыҙ хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рөстәм Ғабдулла улы “Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Рәйсә Зыя ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы” булып тора. Улар икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ветерандар бөгөн дә мәктәпте онотмайҙар, төрлө сараларға, байрамдарға киләләр, йәш коллегаларына файҙалы кәңәштәрен бирергә тырышалар.


Р. Мөхәмәтова.

Л. Саҙретдинова фотоһы.
Читайте нас: