Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:06

Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында

Һәр кем “бәхет” төшөнсәһен үҙенсә аңлай. Әнисә апай өсөн бәхет – һөйөклө балалары һәм ейәндәре эргәһендә тыныс ғүмер кисереү.

Һәр кем “бәхет” төшөнсәһен үҙенсә аңлай. Әнисә апай өсөн бәхет – һөйөклө балалары һәм ейәндәре эргәһендә тыныс ғүмер кисереү.
Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы (һүрәттә) 1933 йылдың көҙөндә крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Тиҫтерҙәре менән бер рәттән уға ла ауыр һуғыш осорон һәм һуғыштан йылғы михнәттәрҙе кисерергә тура килә.
Тормош юлын кешеләр өсөн иң әһәмиәтле тармаҡҡа – һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнай. 1966 йылда ике йыллыҡ медицина курсын тамамлап, Үрге Ҡыйғы ауылындағы туберкулез диспансерында эш башлай. 10 йылдан, 1976 йылда, үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә шәфҡәт туташы булып күсә һәм хаҡлы ялға тиклем ошонда эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 43 йыл тәшкил итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға лайыҡ була, 1986 йылда СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградлана.
Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы һәр саҡ үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Бүлексәлә йыш ҡына ауыр хәлдәге, ҡатмарлы диагнозлы пациенттар дауалана. Шәфҡәт туташы уларҙың һәр ҡайһыһының хәлен еңеләйтергә тырыша, изге һүҙҙәрен йәлләмәй.
1957 йылда почта бүлексәһендә эшләгән Радмир Мөфтәхетдин улы менән үҙ яҙмышын бәйләй. 34 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр. Үкенескә ҡаршы, 1991 йылда ғаилә башлығы ҡапыл донъя ҡуя. Хәсбетдиновтар бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Балалары Үрге Ҡыйғы ауылында төпләнгән. Бөгөн әсәләренең төп ярҙамсылары булып торалар. Изге күңелле ҡатын 35 йыл ҡәйнәһе Фатима апай менән татыу ғүмер итә.
Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы – сабыр күңелле, изгелекле кеше. Уның йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәй. Күршеләренә ярҙамлашып, улар менән татыу йәшәй. Яҡшы күңеле, иғтибарлылығы менән күршеләренең һәм ауылдаштарының тәрән ихтирамын яулаған.
Бөгөн хеҙмәт ветераны хужалыҡ тота, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Өйөндә бар эште үҙе эшләй, сөнки “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтемде иҫенән сығармай.
Бәхетле өләсәй үҙенең ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп бөтә алмай. Һәр саҡ уларҙың һәм балаларының ярҙамын тоя.
“Мин бик бәхетлемен һәм яҙмышыма рәхмәтлемен,” – ти Әнисә апай.


В. Сәхәүетдинова.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас