Абзай ауылында йәшәүсе педагогия хеҙмәте ветераны Сәмғиә Нотфулла ҡыҙы Ғибатова (һүрәттә) был көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул – ветерандар араһында уҙғарылған район, төбәк шахмат турнирҙары еңеүсеһе.
Абзай ауылы мәктәбен уңышлы тамамлап, С. Ғибатова педагог һөнәрен үҙләштерә. Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый, һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ике йыл Баймаҡ ҡалаһы интернат-мәктәбендә эшләп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта, туған телдән һәм әҙәбиәттән белем бирә. Йәнә лә йыр, һүрәт төшөрөү дәрестәрен алып бара. Теләүселәрҙе шахмат түңәрәгенә йыя. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Үрге Ҡыйғы ауылы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат тренеры булып эшләй. Үҙ тәрбиәләнеүселәре менән республиканың бик күп ҡалаларында була, күп тапҡырҙар еңеү яулайҙар.
Хеҙмәт ветеранының инициативаһы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында Абзай мәктәбендә бар балалар ҙа шашка һәм шахмат уйындары нескәлектәрен яҡшы белә, бик йыш мәктәп, ауыл чемпионаттары уҙғарыла.
Сәмғи Нотфулла ҡыҙы үҙе 16 миҙалға лайыҡ булған, маҡтау ҡағыҙҙарын һәм рәхмәт хаттарын һанап бөтөрлөк тә түгел. Ул балаларҙы шахмат уйнарға ғына түгел, судьялыҡ нигеҙҙәренә лә өйрәткән.
Ветеран педагог әүҙем тормош алып бара, ауыл биләмәһендә уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнаша, сходтарҙа үҙ тәҡдимдәре менән сығыш яһай. Уны бик йыш мәктәпкә осрашыуҙарға саҡыралар, үҙ педагогик эшмәкәрлеге тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.