Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 17:12

Ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар тормошонан

Йосоп ауылы ветерандары әүҙем тормош менән йәшәй, мәҙәни, тәрбиәүи сараларҙа актив ҡатнаша. Бында “Ағинәйҙәр, “Аҡһаҡалдар ҡоро” йәмәғәт ойошмалары, “Әхирәттәр” клубы эшләп килә.

Йосоп ауылы ветерандары әүҙем тормош менән йәшәй, мәҙәни, тәрбиәүи сараларҙа актив ҡатнаша. Бында “Ағинәйҙәр, “Аҡһаҡалдар ҡоро” йәмәғәт ойошмалары, “Әхирәттәр” клубы эшләп килә.
Ауылда ағинәйҙәр ойошмаһы 2015 йылдан эшләп килә. Эште башлап алып китеүе еңелдән булманы, сөнки “ағинәй” исемен аҡлар кәрәк ине.
Ағинәй – ул “ил инәһе” исеменә лайыҡлы, тәжрибәле, тормошо һәр кемгә өлгө булырлыҡ, әйтер һүҙе һәм уны әйтергә хаҡы булған абруйлы ҡатын-ҡыҙ тип күрҙек. Иң мөһиме – күңеле бай булыуы.
Ошо исемде аҡлар өсөн ауылыбыҙҙа төрлө саралар ойошторҙоҡ, сөнки кешене өгөт-нәсихәт уҡып ҡына тәрбиәләп булмай. Һорауҙар таратып биреп, диспут-әңгәмә үткәрҙек. “Бала табыу – бер эш, уны тәрбиәләү – төп эш” тип йомғаҡлап ҡуйҙыҡ. 8 Март байрамын мәктәптең спорт залында үткәрҙек. Ике командаға бүленеп (оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан), төрлө ярыштарҙа көс һынаштыҡ. Иң иҫтә ҡалғаны Әсәләр көнө булғандыр. Иң беренсе әсәләргә бағышланған гәзит сығарҙыҡ. Һәр кем үҙенең хәтирәһе менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ дини байрамдарҙа ла беҙҙең ағзалар ҡатнаша. Бигерәк тә мәсетебеҙҙең 10 йыллығын үткәреүҙә актив ҡатнаштыҡ. Яңы йыл байрамдары ла иғинәйҙәрһеҙ үтмәй. Ғаилә йылында “Ғаиләм – ҡәлғәм” сараһы өс ғаилә ҡатнашлығында үтте.
Ағинәйҙәр башта унлаған булһаҡ, хәҙер ике тиҫтәнән уҙып киттек. Аҡһаҡалдар, әхирәттәр ойошмаһы килеп ҡушылғас, эш тағы ла дәртләнде. Хәҙер инде беҙ ике тиҫтәнән ашыу ҙур концерт әҙерләп, үҙебеҙҙең ауылда ғына түгел, күрше ауылдарҙа, Мәсетле, Дыуан райондарында сығыш яһаныҡ. Алда бурыс – ололар көнөн үткәреү.
Яҡынлашып килгән байрам – Оло йәштәгеләр көнө менән иң беренсе үҙебеҙҙең ағинәйҙәрҙе, аҡһаҡалдарҙы, ауылдаштарыбыҙҙы, бөтә районыбыҙ ололарын ҡотлайым. Бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер, тыныс күк йөҙө теләйем.


Ф. Ямалетдинова,
Йосоп ауылы ағинәйҙәре рәйесе.
Читайте нас: