Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 18:22

Изгелек менән тулы йөрәк

Туғыҙлы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Маһируза Зиннурова (һүрәттә) ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Туғыҙлы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Маһируза Зиннурова (һүрәттә) ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ул намыҫлы хеҙмәт менән оҙон һәм матур тормош юлын уҙған.
Маһируза Заһир ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышының ҡырыҫ һынауҙарын, һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе кисергән быуын вәкиле. Хеҙмәт биш йыллыҡтарында ҡатнаша, социалистик ярыш еңеүсеһе була. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
Ул бөгөн дә теремек һәм дәртле, тормошто яратыусан, сыҙам булып ҡала. Гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый, мобиль телефон, заманса көнкүреш техникаһы менән йылдам файҙалана. Маһируза Заһир ҡыҙы гөл үҫтерергә ярата, тәҙрә төптәрендә күркәм фиалкалар, орхидеялар урын алған.
“Һуғыш башланғанда миңә 12 йәш ине. Алты бала тәрбиәләнгән беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙе был әфәт өс өлөшкә бүлде. Әсәйебеҙ Кәмәр Әхмәтсафа ҡыҙы ике һеңлебеҙ менән совхоздың икенсе бүлексәһенә эшкә күсте, атайыбыҙ Заһир Закир улы (ул инвалид ине) ике бала менән ауылда ҡалды, ә мине апайым Шәүғәнә менән Шүләме ауылына (был ауыл бөгөн юҡ инде) ебәрҙеләр. Үҙебеҙҙең совхоздың ғына түгел, күрше хужалыҡтың – Силәбе өлкәһе “Әйле” совхозы малдарын көттөк. Һуғыш тамамланғас ҡына беҙҙең ғаилә ҡабаттан берләште. Мин башланғыс мәктәпте тамамлай алдым. Әсәйемә һөтсөлөк фермаһында ярҙам итергә кәрәк ине. Һауынсы булып киттем, әсәйем менән 20-шәр һыйырҙы ҡул менән һауа, үҙебеҙ һыу ташый, аҙыҡ тарата торғайныҡ. 1967 йылда быҙау ҡараусы булып күстем, хаҡлы ялға сыҡҡансы малсылыҡ тармағында эшләнем,” – тип хәтерләй ветеран.
Совхоздың малсылыҡ тармағында уңған егет – Ғәбиҙулла Зиннур улы ла эшләй. Ул һәр саҡ һылыу һәм эшһөйәр Маһируза эргәһендә булырға, ярҙам итергә тырыша. Ғаилә ҡороп ебәрәләр.
Татыу ғаиләлә биш бала үҫә. Өс ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән Ҡаҙағстанда ғүмер кисерә, улы Рәшит – Ишембай ҡалаһында, Ратмил Златоуста төпләнгән. Даими рәүештә ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Ейәндәре һәм бүләләре лә бик йыш хәл белешеп шылтырата, ҡунаҡҡа ҡайта. Изге күңелле күршеләренең дә хәстәрлеген тойоп йәшәй ветеран.


Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: